Был хаҡта Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итәләр. Һауа температураһы төндә 28 градусҡаса түбәнәйеүе ихтимал. Көндөҙ 10-15, көнсығыш райондарҙа 20 градус тирәһе һалҡын буласаҡ.
12 ғинуарҙа урыны менән ҡар яуыуы, һепертмә буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы күҙаллана.
Гөлназ Заһитова, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе: “Елдең тиҙлеге секундына 10-15 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә, еңелсә боҙлауыҡ күҙәтеләсәк. Ә 12 ғинуарҙа һауа температураһы күтәрелеүе, урыны менән 3-8 градусҡаса йылытыуы ихтимал”.