Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
28 Декабрь 2018, 13:17

Яңы йыл каникулдарында сараларға рәхим итегеҙ

Яңы йыл каникулдарында балаларҙы һәм ололарҙы ниндәй саралар көтә

Яңы йыл каникулдарында сараларға рәхим итегеҙ
2-8 ғинуарҙа 15 сәғәттән Мораҡтағы З.Биишева исемендәге ял паркында уйындар, конкурстар, викториналар, ярыштар;
1-12 ғинуарҙа иртәнге 10-дан төшкө 3-кә тиклем Туйөмбәт ауылындағы З.Биишева музейында, Хоҙайбирҙин ауылындағы Ш.Хоҙайбирҙин музейында”Минең бала саҡтың яңы йыл уйынсыҡтары” күргәҙмәләре һәм тематик экскурсиялар;
1-20 ғинуарҙа иртәнге 10-дан төшкө 3-кә тиклем Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Совет Яңы йылы” күргәҙмәһе;
3-8 ғинуарҙа төшкө 3-тә Мораҡтағы үҙәк китапханала “Яңы йыл шау-шыуы”;
3-8 ғинуарҙа иртәнге 10-да Йомағужа ауылында саңғы буйынса район ярыштары. ГТО нормаларын тапшырыу;
5 ғинуарҙа иртәнге 11-ҙә Теләүембәт ауылында ир-егеттәр һәм 2001 йылғы һәм унан бәләкәй малайҙар араһында шайба менән хоккей буйынса район ярышы;
5 ғинуарҙа иртәнге 11-ҙә Йомағужа ауылының “Иртөбәк” физкультура-һауыҡтырыу комплексында шорт-трек буйынса район ярыштары;
7 ғинуарҙа төшкө 3-тә Мораҡтағы З.Биишева исемендәге ял паркында Раштыуа шыршыһы;
7 ғинуарҙа төшкө 3-тә Йомағужалағы “Иртөбәк” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” сараһы;
8 ғинуарҙа төшкө 3-тә Мораҡтағы балалар-үҙмерҙәр спорт мәктәбендә уҡыусылар һәм эшсе йәштәр араһында йөҙөү буйынса район ярыштары, ГТО нормаларын тапшырыу;
8 ғинуарҙа иртәнге 10-да Сапыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә ҡатнаш командалар араһында волейбол буйынса район ярышы;
9 ғинуарҙа төшкө 3-тә З.Биишева исемендәге ял паркында “Күңелле старттар” спорт уйындары;
11 ғинуарҙа төшкө 3-тә З.Биишева исемендәге ял паркында “Шыршы эргәһендә яңы йыл мажаралары” уйын программаһы;
12 ғинуарҙа төшкө 3-тә Хоҙайбирҙин ауылындағы Ш.Хоҙайбирҙин музейында “Өләсәй һандығы эргәһендә ултырыуҙар” музей дәресе;
13 ғинуарҙа киске 7-лә Мораҡтағы үҙәк майҙанда “Иҫке Яңы йыл” театрлаштырылған тамашаһы;
14 ғинуарҙа төшкө 3-тә Туйөмбәт ауылындағы З.Биишева музейында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.А.Биишеваның 110 йыллығына арналған экскурсия.
Читайте нас: