Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
14 Декабрь 2018, 17:37
Яңы йылда нисек ял итәбеҙ?
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы 1,2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Раштыуа байрамы – ял көндәре булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы 1,2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Раштыуа байрамы – ял көндәре булып тора. Ял һәм байрам көндәрен рациональ тотоноу маҡсатында Рәсәй Федерацияһының 2017 йылдың 14 октябрендәге “2018 йылда ял көндәрен күсереү тураһындағы” 1250-се һанлы ҡарарына ярашлы, шәмбе, 29 декабрҙәге ял көнө дүшәмбе, 31 декабргә күсерелә.
2019 йылда 5,6 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Федерацияһының 2018 йылдың 1 октябрендәге “2018 йылда ял көндәрен күсереү тураһындағы” 1250-се һанлы ҡарарына ярашлы, 5 ғинуарҙағы байрам көнө 2 майға, 6 ғинуарҙағы байрам көнө 3 майға күсерелә. 29 декабрҙәге эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Шулай итеп, 8 көнлөк эш аҙнаһында 2018 йылдың 30, 31 декабре, 2019 йылдың 1,2,3,4, 5, 6, 7, 8 ғинуары ял көндәре булып тора.
6 көнлөк эш аҙнаһында 2018 йылдың 30 декабре, 2019 йылдың 1,2,3,4,5,6,7,8 ғинуар байрам көндәре булып тора. Дүшәмбе, 31 ғинуарҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә
1,2,3,4,5,6,7,8 ғинуар
календарь көндәр иҫәбенә индерелмәй.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?