Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
28 Сентябрь 2018, 18:03

Республикала VI Бөтә донъя Фольклориадаһы логотибын эшләүгә конкурс иғлан иттеләр

Башҡортостанда республикала 2020 йылда үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһы логотибын һәм символын эшләүгә конкурс иғлан ителде.

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Башҡортостанда республикала 2020 йылда үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһы логотибын һәм символын эшләүгә конкурс иғлан ителде.
Республика халыҡ ижады үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, логотип заманса, үҙенсәлекле һәм мөһабәт булырға, Фольклориада идеологияһын сағылдырырға һәм үҙ символына эйә булырға тейеш.
Конкурста бөтә дизайн менән шөғөлләнеүселәр ҡатнаша ала. Еңеүсене аҡсалата бүләк көтә. Иң яҡшы логотип 2020 йылдағы Бөтә донъя Фольклориадаһы символы буласаҡ.
Ҡатнашыу өсөн эскизды gukrcnt@mail.ru электрон почтаһына, исем-шәрефеңде һәм телефон һандарын яҙып, йүнәлтергә кәрәк. Эштәр 27 сентябрҙән 27 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-66-47.