Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
28 Сентябрь 2018, 18:30

Октябрҙә 60 йәштән өлкән пассажирҙар поездарҙа ярты хаҡҡа йөрөй ала

29, 30 сентябрҙә һәм 1 октябрҙә 60 йәштән өлкән пассажирҙар өсөн алыҫ ара поездарына купе билеттарын 50% ташлама менән һатып алырға мөмкин. Был хаҡта Рәсәй тимер юлдары сайтында хәбәр ителә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.
29, 30 сентябрҙә һәм 1 октябрҙә 60 йәштән өлкән пассажирҙар өсөн алыҫ ара поездарына купе билеттарын 50% ташлама менән һатып алырға мөмкин. Был хаҡта Рәсәй тимер юлдары сайтында хәбәр ителә.
Ташлама өҫтәмә хеҙмәттәр хаҡына ҡағылмай.
Түбән хаҡ 2018 йылдың 1 октябрҙән 31-енә тиклем дәүләт эсендә йөрөгән «ФПК» акционерҙар йәмғиәтенең алыҫ ара поездарында ғәмәлдә була.
Акция 1 октябрҙә билдәләнгән Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнө уңайынан иғлан ителгән.
Юл йөрөү документтарын алыҫ ара кассаларында, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең рәсми сайтында һәм «Рәсәй тимер юлдары Пассажирҙарға» мобиль ҡушымтаһы ярҙамында алырға мөмкин. Документты Интернет аша алған осраҡта паспорт мәғлүмәттәрен һәм тыуған көндө яҙғандан һуң автоматик рәүештә ташлама яһала.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән алыҫ ара кассаларында һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең рәсми сайтында «Пассажирҙарға – «Акциялар (махсус тарифтар)» бүлегендә лә танышырға мөмкин.