Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
21 Сентябрь 2018, 14:00

Йәйәүлеләргә – “йәшел ут!”

22 сентябрь – Халыҡ-ара автомобилһеҙ бер көн “Һарайға ғына машина менән бармай, унда ла руль артына ултырыр ине, ихата бәләкәй”, - тип көлдөргәйне бер танышым “тимер аты”нан айырыла алмаған ире хаҡында. Заманы шулай шул, элек тотош ауылда уҙа барһа өс-дүрт еңел машина булһа, хәҙер һәр өйҙә кәмендә 1-2-әү һәм күптәр йәйәү йөрөүҙе “онотоп” бара. Машиналы булыуҙың, әлбиттә, уңайлы яҡтары бик күп, әйтергә лә түгел, тик бөгөнгө һүҙебеҙ ул турала түгел...

Ни өсөн халыҡ хатта яҡын араға ла йәйәү атлауға ҡарағанда машинала елдереүҙе өҫтөнөрәк һанай? Бының сәбәптәре бик күп: беренсенән, уңайлылыҡ, икенсенән, ваҡытты экономиялау, өсөнсөнән, шулай өйрәнелгән... Был исемлекте һыу буйы һуҙырға булыр ине. Әммә шуныһы – гел генә дүрт тәгәрмәс өҫтөндә булыу һаулыҡты нығытмай, киреһенсә, ҡаҡшатыуға сәбәп булырға ла мөмкин. Һуңғы йылдарҙа табиптарҙың халыҡты күберәк йәйәү йөрөргә, хәрәкәт итергә саҡырыуы ла бушҡа түгел: машинала барған кеше күберәк бер торошта ултыра һәм ҡан йөрөшө боҙола, һөйәк-мускул системаһына көс төшә, хәрәкәттә булмағандарға йәнә бер хәүеф янай, улда да булһа артыҡ ауырлыҡ. Уныһы үҙ сиратында юғары ҡан баҫымына, йөрәк һәм мейе ишемияһына, шәкәр диабетына һ.б. ауырыуҙарға килтереүе мөмкин, тип иҫкәртә улар.

Ә бына йәйәү йөрөүҙең файҙалы яҡтарының күп булыуын һаулыҡ һағында эшләүсе белгестәр бер тауыштан раҫлай һәм мөмкин тиклем күберәк араны көн һайын үҙ аяҡтарыңда үтергә саҡыра.

Әйткәндәй, сентябрҙең 22-һе халыҡ-ара автомобилһеҙ көн булараҡ билдәле. Уның тарихы Швейцариялағы кризис менән бәйле. 1973 йылда илдә яғыулыҡ менән бәйле көрсөк барлыҡҡа килгәс, власть халыҡты бер көн автомобилһеҙ үткәрергә әйҙәй. Бер нисә йылдан уны йыл һайын үткәрергә тигән идея барлыҡҡа килә, был юлы инде ул экологик хәл-торошто яҡшыртыу һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырыу маҡсатында эшләнелә. 1994 йылда 22 сентябрҙе бөтә донъя автомобилһеҙ көн булараҡ билдәләү хаҡында тәҡдим яңғырай һәм күп илдәр быны хуплап ҡаршы ала. Рәсәйҙә ул тәүге тапҡыр 2008 йылда билдәләнә.

Сараның төп маҡсаты - халыҡ иғтибарын һауаның бысраныуына йүнәлтеү. Башҡортостанда, мәҫәлән, йыл һайын һауаға 885 мең тоннанан ашыу ағыулы матдәләр сығарыла, шуларҙың яртыһы – сама менән 450 мең тоннаһы автомобилдәргә тура килә, тигән мәғлүмәт бар. Бынан тыш, акцияның башҡа изге маҡсаттары ла хуплауға лайыҡ: юлдарҙа булған һәләкәттәрҙе кәметеү, халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәү һ.б.


Беҙ ҙә автомобилдә йөрөүселәрҙе был акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ. Мин йәйәү йөрөгәндән генә һауа таҙарып, сафланып китмәй тип уйларға кәрәкмәй, сөнки ил төкөрһә – күл була, тигәндәй, бар донъя бер нисә генә көнгә булһа ла “тимер аты”нан төшә икән, зәңгәр күгебеҙ нисәмә тонна насар матдәләрҙән азат була, бына шуны күҙ уңында тотоу кәрәктер. Тәбиғәттең экологик хәл-торошона битараф булмағандар бары бер көнгә генә булһа ла автомобилдә йөрөүҙән баш тартып, һауаның сафланыуына, урамдарҙың бушап ҡалыуына үҙ өлөшөн индерә ала.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Читайте нас: