Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
14 Сентябрь 2018, 09:36

“Бергәләп эшләйек!”

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө уңайынан Дөйөм Рәсәй фронты активистары экологик акция үткәрә. 15 сентябрҙә Рәсәйҙең бөтә субъекттарында өмәләр ойоштороласаҡ.

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө уңайынан Дөйөм Рәсәй фронты активистары экологик акция үткәрә. 15 сентябрҙә Рәсәйҙең бөтә субъекттарында өмәләр ойоштороласаҡ.
“Бергәләп эшләйек!” проекты үҙҙәренең төбәктәрендә имен экологик мөхит булдырырға теләгән кешеләрҙе, йәмәғәт институттарын, дәүләт органдарын һәм киң мәғлүмәт сараларын берләштерә. Ойоштороусыларҙың маҡсаты – тирә-яҡ мөхитте ҡалдыҡтар менән сүпләү проблемаһына күберәк иғтибар йәлеп итеү, ул мәсьәләне системалы хәл юлдарын эҙләү, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өсөн төбәк операторҙары институтын, яңы тармаҡты булдырыу.
Проект сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы һәм уларҙы эшкәртеүҙе, экологик белем биреүҙе, ҡалдыҡ ҡалдырыусы әйберҙәрҙе әҙерәк ҡулланыуҙы хуплай. Акцияның маҡсаты – Башҡортостанда 200 мең гражданды йәлеп итеп, республиканың һәр ауыл һәм ҡалаһында экологик өмәләр үткәреү.
“Беҙ республикала йәшәүселәрҙең бөтәһен дә экологик акцияға ҡушылырға һәм kartasvalok.ru интерактив ресурсында билдәләнгән законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөргә өндәйбеҙ. Был порталда барлығы 553 сүп-сар ташлау урыны күрһәтелгән, уларҙан 172 сүплек бөтөрөлгән. Беҙ күмәкләп үҙебеҙҙең ҡала һәм ауылдарҙы сүп-сарҙан таҙарта алабыҙ. Дөйөм Рәсәй фронты активистары Асылыкүл күленең тирә-яғын ҡалдыҡ һәм сүп-сарҙан таҙартасаҡ. Тәбиғәт паркына күп ерҙәрҙән ял итеүселәр килә, әммә уларҙың күптәре үҙҙәренең артынан сүп-сар ҡалдырып китә. Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә беҙ ирекмәндәр, урында йәшәүселәр, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу менән шөғөлләнеүсе ойошма вәкилдәре менән бергә генераль таҙартыу эштәрен башҡарасаҡбыҙ”, ти проекттың республика буйынса координаторы Морат Шафиҡов.
Һеҙ ҙә акцияға ҡушылығыҙ!
Читайте нас: