Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
10 Июнь 2018, 18:03

Ял итергә “Мораҙым”ға килегеҙ!

“Мораҙым” балалар һауыҡтырыу лагеры 7 йәштән 15йәшкә тиклемге балаларҙы лагерға саҡыра.

“Мораҙым” балалар һауыҡтырыу лагеры 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларҙы лагерға саҡыра. Путевкалар буйынса һорауҙар менән Балалар ижад үҙәгенә мөрәжәғәт итергә (Тел. 8(34789)2-13-84).
“Мораҙым”балалар һауыҡтырыу лагеры 3 смена буйынса ҡабул итәсәк:
- 1-се смена: 5 июндән 25 июнгә тиклем;
- 2-се смена: 29 июндән 19 июлгә тиклем;
- 3-сө смена: 23 июлдән 12 авгусҡа тиклем.
Путевканың хаҡы – 16968 һум.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 15 мартындағы 72-се һанлы ҡарарына ярашлы, дәүләт һәм муниципаль ойошма хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн путевканың 90 проценты, башҡа төр милеккә ҡараған предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн путевканың 50 проценты бюджеттан финанслана.
Балаларҙы һауыҡтыру һәм уларҙың ялын ойоштороу һорауҙары буйынса “Ҡыҙыу линия” эшләй. Т.8(34789) 2-13-84.
Читайте нас: