Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
4 Июнь 2018, 17:17

10 һәм 12 июндә республиканың ҡайһы ҡала һәм райондарында һабантуйҙар уҙа

Был аҙнала республиканың 28 муниципалитетында һабан байрамы ойошторола.

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Был аҙнала республиканың 28 муниципалитетында һабан байрамы ойошторола.
10 июндә һабантуй Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовещен, Борай, Ғафури, Йәрмәкәй, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Тәтешле, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондарында һәм Күмертауҙа уҙа.
12 июндә һабантуй Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә була.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, төбәктә тәүге һабантуйҙар 26 майҙа башланды.
Республикала һабантуйҙар уҙғарыу графигы менән Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға мөмкин.
Читайте нас: