Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Июндә нисек ял итәбеҙ?

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлауминистрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 июнь — Рәсәй көнө — байрам һәм ял көнө.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 июнь — Рәсәй көнө — байрам һәм ял көнө. Рәсәй Хөкүмәтенең “2018 йылда ял көндәрен күсереү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, 9 июндәге (шәмбе) ял көнө дүшәмбегә — 11 июнгә күсерелә.
2017 йылдың 29 сентябрендәге Башҡортостан Хөкүмәтенең 447-се һанлы бойороғона ярашлы, 15 июнь – Ураҙа байрамы – ял көнө.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында байрамдарға бәйле 10, 11, 12 һәм 15, 16, 17 июнь— ял көндәре булып тора. Алты көнлөк эш аҙнаһында эшләүселәргә - 10,12 һәм 15, 17 июнь байрам көндәре. 9 июнь( шәмбе) һәм 14 июнь (кесе йома) эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә 12 һәм 15 июндәге байрам көнө йыллыҡ төп йәки өҫтәмә отпуск иҫәбенә индерелмәй.

С.МУЛАКАНДОВА, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Мәләүез районы һәм ҡалаһы буйынса филиалының Күгәрсен районындағы территориаль бүлеге әйҙәүсе эксперт-белгесе.
Читайте нас: