Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Үлемһеҙ полк рәтенә баҫығыҙ

Быйыл Күгәрсен районының “Үлемһеҙ полкы” 9 май – Еңеү көнөндә Мораҡ ауылындағы үҙәк майҙан буйлап бишенсе тапҡыр үтәсәк. “Үлемһеҙ полк”тың төп бурысы – һәр ғаиләлә һуғышта еңгән быуын хаҡында иҫтәлек һаҡлау. Был акция Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм тере ҡалған, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан быуынға арнала.

Хөрмәтле яҡташтар - еңеүселәр тоҡомдары! Әйҙәгеҙ, атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, ҡарт олатайҙарыбыҙ ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән бергә Күгәрсен ере буйлап тантаналы Еңеү маршы менән үтһен! Намыҫ һәм хәтер бурысы бар. Уны ҡайтарыу – беҙҙең ҡулдарҙа. Беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып киткән һалдаттан кире ҡайтһын өсөн берләшәйек. Улар хаҡында хәтер йәшәргә тейеш: фоторәсемдәрен табайыҡ, хәрби юлдарын өйрәнәйек һәм 9 майҙа “Үлемһеҙ полк” сафына баҫайыҡ!

Полктың теҙелеү урыны – халыҡ суды бинаһы ҡаршыһында. Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына бағышланған сараны уҙғарыу планына ярашлы, мәктәптәрҙең сығыштарынан һуң “Үлемһеҙ полк” уҙасаҡ, тимәк, ул парадты тамамлаясаҡ.

Парадты ҡарарға теләүселәргә, машиналар хәрәкәте туҡталғас, балалар сығыштары мәлендә, колоннаға килеп ҡушылырға мөмкин. Дистанция һаҡларға, барыһы ла күренһен өсөн 8-әр кешелек рәттәргә торорға саҡырабыҙ.

Ғәфүрә ӘБДЕЛМӘНОВА,

“Үлемһеҙ полк”тың Күгәрсен районы буйынса координаторы (тел.89273063795).

Читайте нас: