Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
28 Апрель 2018, 14:15

Байрамдарҙа нисек ял итәсәкбеҙ

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май — Еңеү көнө байрам көндәре булып тора.

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май — Еңеү көнө байрам көндәре булып тора. Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ялдар йәкшәмбе, 7 ғинуарҙан — шаршамбы, 2 майға, шәмбе, 28 апрелдән — дүшәмбе, 30 апрелгә күсерелгән.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 29, 30 апрель һәм 1, 2, 9 май байрам көндәре булып тора. Шәмбе, 28 апрелдә һәм шишәмбе, 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 һәм 9 майҙағы ял көндәре йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск иҫәбенә индерелмәй, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: