Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
5 Апрель 2018, 13:07

“Кугарчинские вести” һәм “Мораҙым” район гәзиттәре призына Рәсәй Федерацияһында Ирекмәндәр йылына, Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған волейбол ярышы тураһында положение

14 апрелдә “Кугарчинскиевести” һәм “Мораҙым” район гәзиттәре призына волейбол буйынса район ярыштары уҙасаҡ.

1. Маҡсаттары һәм бурыстары

– физик культура һәм спортты пропагандалау, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу,

– спорт оҫталығын үҫтереү;

– район гәзиттәренә, уларҙы алдырыуға, уҡыуға иғтибар йүнәлтеү.

2. Етәкселек

Ярышҡа әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса дөйөм етәкселекте ойоштороу комитеты ғәмәлгә ашыра, туранан-тура етәкселек судьялар коллегияһына йөкмәтелә.

3. Үткәреү ваҡыты һәм урыны

Ярыш 14 апрелдә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Мораҡ башҡорт гимназияһы, район мәҙәниәт һарайы, Мәләүез күп профилле һөнәрселек лицейының Мораҡтағы филиалы, Мораҡ 1-се урта мәктәбе, З. Биишева исемендәге Мораҡ, Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәптәре спорт залдарында үткәрелә. Ҡатнашыусыларҙы теркәү - иртәнге 10-ға тиклем. Ярышты асыу – 10 сәғәт 30 минутта район мәҙәниәт һарайы спорт залында, Мораҡ ауылы, З. Биишева урамы, 80. Ярыш иртәнге 11-ҙә башлана.

4. Ярышта ҡатнашыусылар

Ярышта ауыл биләмәләре, район предриятиелары, ойошмалары, учреждениелары, уҡыу йорттары командалары ҡатнаша. Командалар составы: ауыл биләмәләре өсөн – 8-әр кешенән торған ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары, ҡалған командалар өсөн – 4 ир-егет + 2 ҡатын-ҡыҙ (8 ҡатнашыусы).

Уйын системаһы командалар һанына ҡарап 10 апрелдә иртәнге 10-да БР-ҙың “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге бинаһында (Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49) судьялар коллегияһы ултырышында билдәләнә.

5. Заявкалар биреү тәртибе һәм ваҡыты

Заявкалар мотлаҡ рәүештә алдан –10 апрелгә тиклем бирелә. Телефон: 2-23-61, факс: 2-11-77, электрон адрес: [email protected]

Судьялар коллегияһына билдәләнгән өлгөләге, медицина хеҙмәткәре раҫлаған заявка тәҡдим ителә.

Ярыштың баш судьяһы – район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлеге начальнигы И. М. Сәйфуллин.

6. Бүләкләү

Беренсе- өсөнсө урындарҙы яулаусылар БР-ҙың “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге маҡтау грамоталары һәм кубоктар менән бүләкләнә.

7. Финанс шарттары

Бөтә сығымдарҙы БР-ҙың “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге күтәрә. Командалар үҙ иҫәбенә килә.

8. Ҡатнашыусылар һәм тамашасылар хәүефһеҙлеге

Хәүефһеҙлекте баш судьялар коллегияһы һәм командалар тренерҙары тәьмин итә.

Иҫкәрмә. Уҡыусылар, студент- практиканттар ярышта ҡатнаша алмай. Бер ойошма командаһы өсөн икенсе ойошма вәкилдәре уйнай алмай.

Берҙәм спорт формаһы булмаған командалар ярышта ҡатнаша алмай. Берҙәм спорт формаһы булмаған командалар ярышҡа үткәрелмәй.

Ошо положение ярышҡа рәсми саҡырыу булып тора.


Ойоштороу комитеты.

Читайте нас: