Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
15 Март 2018, 17:06

Башҡортостанда 109 йәмәғәт урыны төҙөкләндереү буйынса конкурста ҡатнаша

18 мартта 24 муниципаль берәмектә төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт урындары проекттары буйынса тауыш биреү ойошторола. Барлығы республикала конкурсҡа 109 йәмәғәт урындары проекттары тәҡдим ителгән.

18 мартта 24 муниципаль берәмектә төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт урындары проекттары буйынса тауыш биреү ойошторола. Барлығы республикала конкурсҡа 109 йәмәғәт урындары проекттары тәҡдим ителгән.
Мәҫәлән, баш ҡала халҡы ун биләмәнең берәүен генә һайлай ала. Улар араһында: «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы, М. Рыльский һәм Өфө йылғаһы буйы урамдары, «Тулҡын» скверы, Непейцев дендропаркы, Нефтехимиктар паркы, Яҡутов исемендәге парк, Дим мәҙәниәт һәм ял паркы, «Беренсе май» паркы һәм «Таш йылға» скверы.
Төҙөкләндереү буйынса тауыш биреү һайлауҙар менән бер үк ваҡытта уҙғарыла. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, был көндә 400-гә яҡын һайлау участкаһы эшләй.
Читайте нас: