Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
22 Февраль 2018, 14:17

Иғтибар, конкурс!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы “Мораҙым” гәзите менән берлектә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәйнәб Биишева һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, билдәле шағир Рәмил Йәнбәк иҫтәлегенә “Мин бит һиңә генә елкенәм...” тип исемләнгән шиғырҙар конкурсы иғлан итә.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
“Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы “Мораҙым” гәзите менән берлектә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәйнәб Биишева һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, билдәле шағир Рәмил Йәнбәк иҫтәлегенә “Мин бит һиңә генә елкенәм...” тип исемләнгән шиғырҙар конкурсы иғлан итә. Иҫ киткес ихлас, тәрән мәғәнәле, шул уҡ мәлдә һәр кемдең йөрәгенә үтеп инерҙәй шиғырҙары менән “Мөхәббәт йырсыһы” тигән дан алған Рәмил Әхмәт улының иҫтәлегенә бағышланған конкурстҡа тыуған яҡ һәм мөхәббәт тураһында шиғырҙар Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 йәки [email protected]адресы буйынса ҡабул ителә. Ижади эштәр конкурсының еңеүселәренә “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы матур бүләктәр әҙерләгән. Шиғырҙар конкурсы еңеүселәре Рәмил Йәнбәктең тыуған көнөндә билдәләнәсәк.
Читайте нас: