Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
22 Февраль 2018, 16:13

Байрам көндәрендә почтаның эш графигы

Башҡортостанда кесаҙна, 22 февралдә, һәм шаршамбы, 7 мартта, барлыҡ почта бүлексәләрендә эш көнө 1 сәғәткә ҡыҫҡартыла. 23 февраль һәм 8 март — ял көндәре. Шәмбе, 24 февралдә, һәм йома, 9 мартта, почта шәмбе графигы буйынса эшләй.

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.
Башҡортостанда кесаҙна, 22 февралдә, һәм шаршамбы, 7 мартта, барлыҡ почта бүлексәләрендә эш көнө 1 сәғәткә ҡыҫҡартыла. 23 февраль һәм 8 март — ял көндәре. Шәмбе, 24 февралдә, һәм йома, 9 мартта, почта шәмбе графигы буйынса эшләй.
Ял һәм байрам көндәрендә пенсиялар һәм пособиелар Пенсия фонды менән килешеү буйынса таратыла.
«Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһынан файҙаланыусылар бүлексәләрҙең эш ваҡытын, яҡындағы асыҡ бүлексәне уның ярҙамында асыҡлай ала. Ул iOS, Android, Windows Phone платформаһында бар», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығынан.