Иғтибар, конкурс! Татыу ғаилә – ил күрке
“Мораҙым” гәзите Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылы айҡанлы өр-яңы конкурс иғлан итә!
Татыу ғаилә – ил күрке “Мораҙым” гәзите Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылы айҡанлы өр-яңы конкурс иғлан итә! Ҡатнашыу шарттары ябай: 1) Беҙгә социаль селтәрҙәрҙә ҡушылырға; 2) Бөтә ғаилә менән төшкән яҡшы сифатлы фотоһүрәтте беҙгә ебәрергә; 3) Ғаиләгеҙ менән оригиналь рәүештә таныштырырға ( ғаиләнең ғөрөф-ғәҙәттәре, шөғөлдәре, ҡаҙаныштары һ.б.) Конкурс ике турҙа уҙасаҡ. Тәүгеһендә (һайлап алыу турында) ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү гәзиттең “Бәйләнештә” (В контакте) социаль селтәрендәге төркөмөндә - https://vk.com/moradim барасаҡ. Иң күп лайк йыйған ғаиләләр икенсе турға үтәсәк. Улар өсөн тауыш биреү беҙҙең рәсми сайтта - http://rbsmi.ru/moradim/ барасаҡ. Әүҙем булығыҙ! Бүләктәр һеҙҙе көтә!