Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
28 Декабрь 2017, 18:59

Халыҡ иғтибарына! Яңы йыл каникулдарында сараларға рәхим итегеҙ

Яңы йыл каникулдарында сараларға рәхим итегеҙ
3 ғинуарҙа 15 сәғәттә Мораҡтағы үҙәк майҙанда - “Ҡышҡы зарядка” һәм ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы боҙ ҡаласығында - “Күңелле старттар”;
3-5 ғинуарҙа - “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына туристик сәйәхәт;
3-8 ғинуарҙа Йомағужала - ир-егеттәр командалары араһында шайба менән хоккей буйынса район ярыштары,
Тәүәкәндәге “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында - уҡыусылар һәм йәштәр араһында йөҙөү буйынса район ярыштары;
4 ғинуарҙа 15 сәғәттә Мораҡтағы үҙәк майҙанда - спорт ярыштары һәм ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы боҙ ҡаласығында - күңел асыу уйындары;
5 ғинуарҙа 15 сәғәттә Мораҡтағы үҙәк майҙанда - “Яңы йыл мажаралары” һәм 5,6 ғинуарҙа ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы боҙ ҡаласығында - “Яҡшы кәйеф байрамы” мәҙәни-күңел асыу программаһы,
Тәүәкәндә - 2000 йылғы һәм унан бәләкәй үҫмерҙәр араһында шайба менән хоккей буйынса район ярыштары;
6 ғинуарҙа 15 сәғәттә Мораҡтағы үҙәк майҙанда - “Яңы йыл каруселе” уйындары һәм ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы боҙ ҡаласығында - “Ҡышҡы олимпиада” спорт ярыштары,
Йомағужала - шорт-трек буйынса район ярыштары;
7 ғинуарҙа 15 сәғәттә Мораҡтағы үҙәк майҙанда - “Шыршы янында музыкаль мажаралар” уйындары һәм ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы боҙ ҡаласығында -Раштыуа шыршыһы,
Күгәрсен ауылында - үҫмерҙәр араһында волейбол буйынса район ярыштары;
8 ғинуарҙа 15 сәғәттә Мораҡтағы үҙәк майҙанда - “Ҡышҡы мәрәкәләр”уйындары, эстафета,
Сапыҡта - ветерандар араһында волейбол буйынса район ярыштары;
13 ғинуарҙа киске 7-лә Мораҡтағы үҙәк майҙанда – Яңы йыл шыршыһын ябыу тантанаһы.
Читайте нас: