Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Сентябрь , 16:10

"Ҡыпсаҡ ырыуынан икәнлегебеҙҙе өләсәйем гел әйтә ине..."

 Флүрә Идиәтуллина - Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районына ҡараған Биктимер ауылы башҡорто. Ҡыпсаҡ йыйынынан ул да рухланып ҡайтты.

"Ҡыпсаҡ ырыуынан икәнлегебеҙҙе өләсәйем гел әйтә ине..."
"Ҡыпсаҡ ырыуынан икәнлегебеҙҙе өләсәйем гел әйтә ине..."

- Ауылыбыҙ Һаҡмар буйында урынлашҡан. 38 йыл һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Ирем менән өс бала үҫтерҙек. Улар ҙа ауылда төпләнде. Ҡыҙым мәктәп директоры, ҙур улым фермерлыҡ менән шөғөлләнә, бәләкәйе шәхси эшҡыуар.

 Мәктәптә 4 йыл татарса белем алдым, артабан күрше ауылда русса уҡырға тура килде.

 Башҡортса китаптар уҡыйым, Юлдаш радиоһын һүндергәнебеҙ ҙә юҡтыр. Ҡыпсаҡ ырыуынан икәнлегебеҙҙе өләсәйем гел әйтә ине. Ул ағасыбыҙ, ҡошобоҙ, тамғабыҙ, ораныбыҙ менән дә таныштырҙы. Беҙ – Һаҡмар буйы башҡорттары. Башҡорт теле юғалмаһын ине! Күп нәмә үҙебеҙҙән тора, балаларыбыҙҙы үҙ телебеҙҙә һөйләштереп үҫтерһәк ине! – ти Флүрә апай.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: