Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Июль , 17:45

Үҫеш юлынан

 Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген һәм ауыл ерендә эш урындарын тәьмин иткән ауыл хужалығы ил тормошонда мөһим роль уйнай.

Шуға ла Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булып торған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә.Фермерҙарға гранттар, субсидиялар һәм льготалар кеүек төрлө ярҙам формалары тәҡдим ителә.

  Республика һөҙөмтәлелекте һәм конкуренцияға һәләтлелекте күтәреү өсөн агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта. Агросәнәғәт комплексына һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына ярҙам ауылды яңыртыу, ауыл халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм мәҙәни йолаларҙы һаҡлау өсөн мөһим.  

 Районда 11 ауыл хужалығы предприятиеһы (яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр), 78 - крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы - шәхси эшҡыуар, 11195 - шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, 6 - ауыл хужалығы производство кооперативы эшләй.

  - Хужалыҡтарҙың бөтә төрҙәре тарафынан былтыр 350 тонна элиталы иген һәм майлы культура орлоҡтары сәселде. 70 тоннанан ашыуы - кукуруз гибридтары. Иң мөһиме - дәүләт уларҙы һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай. Һөҙөмтәлә районда ураҡ барышында 62631 тонна иген (тәүге ауырлыҡта) йыйылды, гектарынан уртаса уңыш 18,6 центнер тәшкил итте, ә яҙғы (ҡаты) бойҙай - 34,5, ужым тритикалеһы - 21, ужым бойҙайы, арпа - 19,2 центнер. Әлеге ваҡытта сәсеү әйләнешендә хужалыҡтарға отошло рапс, борсаҡ, яҫмыҡ борсағы, ноҡот борсағы, ҡарабойҙай һәм башҡа юғары маржиналь культуралар бар.

 Эшкәртеү, һуңғы йылдарҙа алынған уңышты киптереү өсөн заманса иген таҙартыу агрегаттары “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, Криваткин Н.А крәҫтиән хужалығында, Тужилкин С.И., Толмачев С.П, Агеев Д.В. крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында төҙөлдө, был үҙ ихтыяждары өсөн сифатлы продукция файҙаланырға һәм һатырға мөмкинлек бирә.

 Дәүләт 2023 йылда химиялаштырыу сараларын  һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 4938,2 мең һум, иген культуралары етештереүгә һәм һатыуға - 12550,3 мең, элиталы орлоҡсолоҡҡа ярҙамға - 2027,9 мең, агротехнологик эштәр үткәреүгә, ауыл хужалығы производствоһының экологик хәүефһеҙлек кимәлен күтәреүгә, шулай уҡ тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуға 1899,9 мең һум субсидиялар бүлде, - ти район хакимиәтенең баш агрономы Павел Чижков.

***

 Республикала малсылыҡ тармағы “Таврос” компаниялар төркөмө инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу иҫәбенә үҫешә: ике сусҡасылыҡ комплексы һәм селекция-генетика үҙәге сафҡа индерелгән. Улар проект ҡеүәтенә сыҡты.

  “Урал” ҡошсолоҡ комплексы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең производство ҡеүәттәрен сафҡа индереү, Башҡортостандың төп ҡошсолоҡ фабрикаларында производстволарҙы модернизациялау һәм реконструкциялау ҡош итен етештереүҙең артыуына булышлыҡ иткән.

 - Йыл башына бөтә хужалыҡтарҙа һыйыр малы һаны 20169 баш йәки 2022 йылға ҡарата 101,8 процент тәшкил иткән, шул иҫәптән 8369 һыйыр (104,3 процент), сусҡа - 1601 (109 процент), йылҡы - 2331 (100,9 процент), һарыҡ - 12953 (101,6 процент), бал ҡорто күстәре - 899 (101,9 ппроцент).

 Һөт етештереү күләме артҡан - 381158 центнер (101,9 процент), бер һыйырҙан һауым - 5663 килограмм (104,4 процент). “Иртөбәк агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ялсы һөтсөлөк фермаһын модернизациялау һөҙөмтәһендә - 7165, “Октябрь” ауыл хужалығы кооперативында - 6440, “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә - 5918, Тәүәкән һөтсөлөк комплексында 5692 килограмға еткән.

  58658 центнер мал һәм ҡош-ҡорт  үҫтерелгән (100,8 процент), сусҡа - 1610 (101,6 процент) һәм йылҡы 2231 центнер (123,4 процент).

 Н.А. Криваткин крәҫтиән хужалығы, С.И. Тужилкин, Н.Ф. Искәндәрова, Х.М. Сляучин кәрҫтиән (фермер) хужалыҡтары,  “Агрикола” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте малсылары һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә.

 Малсылыҡты артабан үҫтереү өсөн республикала тоҡомло малсылыҡты үҫтереүгә субсидиялар бирелә, уның буйынса районға бер йылда 3480 мең һум аҡса бүленде; һөт етештереүгә - 5847 мең; ит малсылығын үҫтереүгә - 2532,4 мең һум һ.б., - ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Ғәли Айытов.

***

 Агросәнәғәт комплексы тармағын уңышлы үҫтереүҙең төп факторы булып техник һәм технологик модернизация тора. Инвестиция финанслауы өлкәһендә ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, район аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыуҙы дауам итә.

 2023 йылда 454,5 миллион һумға 77 берәмек техника һәм ҡорамал һатып алынған, был унан алдағы йылға ҡарағанда  150 миллион һумға күберәк. Ағымдағы ярты йыллыҡта ғына ла “Тәүәкән”, “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”, “Утар”, “Агрикола” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә, Криваткин Н.А. крәҫтиән хужалығына, Тужилкин С.И. крәҫтиән-фермер хужалығына 86 миллион 460 мең һумлыҡ 15 берәмек машина һәм ҡорамал килтерелгән, уларҙың күбеһе - көслө энергиялы, юғары етештереүсәнле.

 Техниканы яңыртыуҙың төп дәртләндереүсе факторы - яңы заманса механизация саралары һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса республика ярҙамын күрһәтеү, уның сиктәрендә 2023 йылда районға 14079,2 мең һум дәүләт ярҙамы йүнәлтелгән.

 - “Кировец”, “Бюллер” тракторҙарын, шулай уҡ республикабыҙҙа етештерелгән һәм капиталь ремонтланған техниканы һатып алыуға стимул бирелеүе бик яҡшы, - ти крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы С.П. Толмачев.

  2023 йылда БР агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына 2586,3 мең һумлыҡ (бер кешегә - 862,1 мең һум) дәүләт ярҙамын 3 ауыл хужалығы белгесе алған.

 2024 йылда шулай уҡ субсидиялар ҡаралған: тоҡомсолоҡ хужалыҡтарынан һатып алынған тоҡомло бер баш йәш малға; ауыл хужалығы етештереүселәренең һатылған һәм (йәки) үҙ эшкәртеүенә оҙатылған һыйыр һәм кәзә һөтөнөң бер килограмына сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға; юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға һуғымға ебәрелгән һәм (йәки) һуғымға оҙатылған, йәше 24 айҙан артмаған һыйыр малының 1 килограмға тере ауырлығына; үҫемлекселек, малсылыҡ өлкәһендә ауыл хужалығын страховкалау килешеүҙәре буйынса иҫәпләнгән страховка премияларын түләүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға; картуф һәм йәшелсә етештереүҙе арттырыуҙы дәртләндереүгә субсидиялар; агросәнәғәт комплексында инвестиция кредиттары (займдары) буйынса проценттарҙы түләүгә киткән сығымдарҙы ҡаплауға инвестиция кредиттарын субсидиялау.   

  Инвестиция кредиты - ул төҙөлөш проекттарын финанслау, производствоны киңәйтеү, яңы ҡорамалдар, автотранспорт һатып алыу һәм башҡалар өсөн аҡса биреү. Уның уңайлы кредитлау шарттары бар, сөнки һәр клиентҡа индивидуаль ҡарарға мөмкинлек бирә. Ул предприятиеларға оҙайлы займ булып тора.

 “Агростартап”, “Агротуризм” проекттарын тормошҡа ашырыуға, “Ғаилә фермаларын үҫтереү”гә (грант һәм субсидия рәүешендә), килем килтереүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға, кадастр эштәренә һәм межалауға, эшкәртеүселәргә ҡорамалдар һатып алыуға гранттар бар.

 БР Ауыл хужалығы министрлығы тармаҡта квалификациялы кадрҙар дефициты мәсьәләһен хәл итеү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашыра, был мәсьәләлә кадрҙар потенциалын яҡлау төбәк программаһы мөһим роль уйнай.

 Башҡортостан юғары үҫешкән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы төбәге булып тора, унда һөт, һыйыр ите, ҡымыҙ, бал һәм башҡа мөһим аҙыҡ-түлек етештереүгә баҫым яһала. Ә ауыл - мәҙәниәт һәм йолалар нигеҙе, юғары сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы сығанағы.

Анатолий КАЗАКОВ.  

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: