Яңы Хвалын ауылында тыуған яҙмабыҙ геройы бала саҡтан үҙаллы булып үҫә. Башланғыс белемде Нуҡай ауылы мәктәбендә алып, 4 класҡа уҡырға апаһы Гөлфинә менән Күмертау башҡорт гимназияһына бара. Көрәш секцияһында шөғөлләнеп, республика чемпионаттарында беренселек яулай. Атаһы Азамат Ғилмулла улы вафат булғанда, үҫмергә тик 13 йәш кенә була. Донъя йөгөн үҙ иңендә яңғыҙы күтәргән әсәһе (төптән Юлдыбай ауылы ҡыҙы) – Гөлнара Әхтәм ҡыҙы ике балаһын да уҡытыр, аяҡҡа баҫтырыр өсөн ҙур тырышлыҡ һала, себер тарафтарында ашнаҡсы булып эшләй.
Электромонтер һөнәрен һайлаған Азат та, әрме хеҙмәтенән һуң Себергә юллана. Апаруҡ тәжрибә туплағас, икенсегә сабыйы тыуғас, иптәштәре һәм кәләшенең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, 2019 йылда районға эшкә ҡайта.
Йәшлек дәрте ташып торған ир аҫылы эштә лә һынатмай, спортты ла ташламай, дуҫтары, коллегалары менән волейбол, футболға йөрөйҙәр, ярыштарҙан ситтә ҡалмайҙар; булдыҡлы ир үҙенең ғәзиз кешеләренә, ғаиләһенә иғтибар бүлергә лә әмәлен таба. Үҙе кеүек үк яҙмыш һынауҙарында һәр яҡлап сыныҡҡан Юлиәһенең дә ҡулдары алтын, күңеле матурлыҡҡа ынтылышлы; ул баҡса, сәскә үҫтерергә ярата, маникюр эшләргә оҫта.
Әҙелғужиндарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе – Мораҡ ауылының бер сағыу биҙәге!