Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Февраль 2022, 08:50

Банктар халыҡты тынысландыра

Банк карталарынан аҡсаларҙы алырға кәрәк, юғиһә банктар эшендә өҙөклөктәр булыуы ихтимал, тигән хәбәр бар.

Банктар халыҡты тынысландыра
Банктар халыҡты тынысландыра

Ватсапта һәм башҡа мессенджерҙарҙа кешеләрҙе хәүефләнергә мәжбүр иткән хәбәрҙәр йөрөй башланы. Имеш, банк карталарынан аҡсаны алырға кәрәк, юғиһә банктар эшендә өҙөклөктәр булыуы ихтимал. Был Рәсәй банктарына ҡарата ҡабул ителәгән санкциялар менән бәйле, тинеләр.

Хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн банктарҙа сираттар барлыҡҡа килгән, кешеләр аҡсаларын ала башлаған. Белгестәр был турала нимә ти?

Билдәле финанс белгесе, банктарҙың береһенең Өфө бүлексәһе идарасыһы Айҙар Зөбәйеров “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына финанс баҙарындағы хәлгә ҡарата аңлатма биргән.

“Ошондай көсөргәнешле көндәрҙә аңды тупларға кәрәк, хәйер, хис-тойғо өҫтөнлөк иткән саҡта был еңел түгел. Әммә Рәсәйҙең бөтә банктары ла ликвидлы, аҡса һәм башҡа активтар запасы кәрәкле күләмдә бар.

Һуңғы ваҡытта күптәрҙең ҡулаҡсаны файҙаланмауын, карта менән йәки онлайн иҫәпләшеүҙәр алып барылыуын беләбеҙ. Ил эсендә ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү менән бер ниндәй ҙә проблемалар булмаясаҡ. Шуға күрә аҡсаны картанан алыуҙан, шулай уҡ вкладтарҙы ҡулаҡсаға әйләндереүҙән мәғәнә юҡ. Етмәһә, төп ставканы арттырып, банктар вкладтар буйынса проценттарҙы ла күтәрҙе.

Әле фонд баҙарҙары төшкән саҡта, бәлки, Рәсәйҙең ҙур сеймал компанияларының акцияларын һатып алыу өсөн уңайлы ваҡыттыр – хәл тотороҡланғас, улар йәнә ҡиммәтләнер.

Валютаға килгәндә, уны бындай курс буйынса һатып алыуҙан мәғәнә юҡ. Баҙар тотороҡһоҙ, курстың тиҙ генә артҡа тәгәрәүе мөмкин”, - тине Айҙар Зөбәйеров.

Һаҡлыҡ банкы ла быға ҡарата рәсми релиз сығарған. Унда: “Һаҡлыҡ банкы һәм уның бөтә системалары штат режимында эшләй, клиенттар, физик һәм юридик шәхестәр уларҙың сараларынан, сервистарынан тулыһынса файҙалана ала. Беҙ хәлдең теләһә ниндәй үҫешенә әҙер һәм клиенттарыбыҙҙың аҡсаларын, активтарын, мәнфәғәттәрен гарантиялы яҡлау, шулай уҡ бөтә функцияларыбыҙҙың штаттағы эшен тәьмин итеү өсөн сценарийҙар әҙерләнек. Һаҡлыҡ банкының килеп тыуған шарттарҙа эшләү өсөн бөтә кәрәкле ресурстары, идара итеү тәжрибәһе, экспертизаһы бар. Беҙ һеҙҙе рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанырға саҡырабыҙ. Клиенттарыбыҙға үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт бирәсәкбеҙ”, - тиелә.

Тыныс булайыҡ, йәмәғәт. 

Автор:
Читайте нас: