Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Декабрь 2021, 21:21

Килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды

Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы - төрлө яҡлы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлы.

Килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды
Килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021” форумында бөгөн хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан Хөкүмәте менән “Медглас” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһындағы килешеүгә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән ошо йәмғиәттең генераль директоры Александр Колпаков ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте менән “РиаПласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов менән “РиаПласт”тың етәксеһе Ринат Шәйҙуллин ҡул ҡуйҙы.

Артабанғы килешеүҙәргә башҡа етәкселәр имза һалды: һауа транспорты өсөн белгестәр әҙерләү буйынса – Башҡортостан яғынан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән "Өфө" халыҡ-ара аэропортының генераль директор урынбаҫары Вячеслав Недорезов; ”Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам үҙәге” менән “Диджитал ВЭД” компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса – Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитов менән ошо компанияны ойоштороусыларҙың береһе Анна Фомичева; шул уҡ үҙәк менән Башҡортостандың агросәнәғәт кластеры араһындағы хеҙмәттәшлеккә – Илдус Хәлитов менән Максим Маргиев.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:
Читайте нас: