Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Декабрь 2021, 21:23

Биш йылдан әҙер буласаҡ

“Өфө районында “Lasselsberger“ компанияһының тағы бер заводын төҙөйәсәкбеҙ".

Биш йылдан әҙер буласаҡ
Биш йылдан әҙер буласаҡ

Киләһе йылда Башҡортостанда “Lasselsberger“ компанияһының сираттағы предприятиеһы төҙөләсәк.

Был турала Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021” форумында иғлан ителде.

“Өфө районында “Lasselsberger“ компанияһының тағы бер заводын төҙөргә булдыҡ. Ул бик ҙур плитәләр етештерәсәк. Әле эшләнгәндәре ҙур түгел, ә былары 10х4 йәки 10х6 метр үлсәмендә буласаҡ. Беҙҙең республикала әлегә ундай плитә етештерелмәй. Шундай үлсәмлеләр хәҙер донъя тренды булып иҫәпләнә”, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Уның әйтеүенсә, әле ошо предприятиеның техник документтарын яраштырыу процесы бара. Хаҡы 7,8 миллиард һум булған был инвестиция проектын 2026 йылға саҡлы тормошҡа ашырыу ҡаралған.

Өфө районында керамик плитәләр етештереү буйынса Европала иң ҙур завод булған бер “Lasselsberger Ceramics“ заводы эшләп килә, ул йылына ун миллион квадрат метр плитә етештерә.

Фото: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: