Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Октябрь 2021, 11:35

Өфө районының Миловка ауылында 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды

Өфө районының Миловка ауылында эшләй башлаған «Өкөкәй» балалар баҡсаһы «Демография» милли проекты буйынса төҙөлгән. Дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метрҙан ашҡан бинала музыка һәм спорт залдары, методик, логопед кабинеттары, изостудия, медицина блогы, кер йыуыу урыны бар. Бында шулай уҡ сеймалдан эшләүсе аҙыҡ әҙерләү блогы ҡоролған. Бина мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡулайлашҡан: пандустар һәм пассажир лифты бар.  Балалар баҡсаһы биләмәһендә күләгә япмалары ҡуйылған, заманса бәләкәй архитектура формалы һәм заманса резина япмалы төркөм майҙансыҡтары бар.   «Беҙҙең баш ҡалаға яҡын урынлашҡан район йылдан-йыл үҙенә яңы йәшәүселәрҙе тарта. Әле беҙҙә 100 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Даими үҫкән халыҡ уның йәшәүе өсөн ҡулайлы шарттар булдырыуҙы талап итә. Беҙ райондың социаль инфраструктураһы замана талаптарына яуап бирһен, йәшәгән һәр бер кеше тулы кимәлдә үҫешһен һәм үҙен күрһәтһен өсөн тырышабыҙ. Был айырыуса үҙеп килгән быуынға ҡағыла. Райондың социаль яҡтан үҫешенә иғтибар биргәндәре һәм әүҙем ярҙам иткәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ», — тине Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров. Уның әйтеүе буйынса был яңы учреждение Миловка ауылындағы 1,5 йәштән 7 йәшкә тиклем сабыйҙарҙың балалар баҡсаһына сиратын тулыһынса юҡҡа сығара.  

Өфө районының Миловка ауылында 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды
Өфө районының Миловка ауылында 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды

Өфө районының Миловка ауылында эшләй башлаған «Өкөкәй» балалар баҡсаһы «Демография» милли проекты буйынса төҙөлгән. Дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метрҙан ашҡан бинала музыка һәм спорт залдары, методик, логопед кабинеттары, изостудия, медицина блогы, кер йыуыу урыны бар. Бында шулай уҡ сеймалдан эшләүсе аҙыҡ әҙерләү блогы ҡоролған. Бина мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡулайлашҡан: пандустар һәм пассажир лифты бар.  Балалар баҡсаһы биләмәһендә күләгә япмалары ҡуйылған, заманса бәләкәй архитектура формалы һәм заманса резина япмалы төркөм майҙансыҡтары бар.  

«Беҙҙең баш ҡалаға яҡын урынлашҡан район йылдан-йыл үҙенә яңы йәшәүселәрҙе тарта. Әле беҙҙә 100 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Даими үҫкән халыҡ уның йәшәүе өсөн ҡулайлы шарттар булдырыуҙы талап итә. Беҙ райондың социаль инфраструктураһы замана талаптарына яуап бирһен, йәшәгән һәр бер кеше тулы кимәлдә үҫешһен һәм үҙен күрһәтһен өсөн тырышабыҙ. Был айырыуса үҙеп килгән быуынға ҡағыла. Райондың социаль яҡтан үҫешенә иғтибар биргәндәре һәм әүҙем ярҙам иткәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ», — тине Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров.

Уның әйтеүе буйынса был яңы учреждение Миловка ауылындағы 1,5 йәштән 7 йәшкә тиклем сабыйҙарҙың балалар баҡсаһына сиратын тулыһынса юҡҡа сығара.  

Автор:
Читайте нас: