Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Август 2021, 18:38

Башҡортостанда пилотһыҙ авиация кластеры төҙөлә

«Инвестиция сәғәте» барышында Башҡортостандың пилотһыҙ авиация кластерын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Кластерҙың төп предприятиеһы булып «Геоскан» компаниялар төркөмө сығыш яһай.

Башҡортостанда пилотһыҙ авиация кластеры төҙөлә
Башҡортостанда пилотһыҙ авиация кластеры төҙөлә

«Геоскан» дан тыш, яңы кластерҙа пилотһыҙ дрон-такси етештергән «Ховер», ауыр пилотһыҙ осоу аппараты һәм агродрон сығарған «Аэроглоуб» компаниялары, Жуковский исемендәге Милли тикшеренеү үҙәге һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбиров Ростех дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән WorldSkills Russia-2021 милли чемпионатының финалында  – «Йәш һөнәрмәндәр паркы»нда булды һәм кластерҙа ҡатнашыусыларҙың береһе – «Геоскан» компанияһының стендын ҡараны. 2021 йылда компания Башҡортостанда пилотһыҙ вертолёт һәм аэротакси сығарыуға йүнәлтелгән производство асты.

«Был Башҡортостан өсөн бығаса күҙәтелмәгән һәм бик ҡыҙыҡлы проект, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ кластер ысулы нигеҙендә берлектәге тырышлыҡ менән генә хәл итеү мөмкин булған ҙур бурыс ҡуйҙыҡ».

Беренсе этапта проект 250 миллион һум күләмендәге шәхси инвестицияларҙы файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. 2021 йылда уның сиктәрендә 20 эш урыны булдырыла.

«Геоскан-Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Павел Степанов һүҙҙәренсә, йүнәлеште артабан үҫтереү һәм уға төрлө белгестәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеге бик киң. Пилотһыҙ осоу аппараттары нефть-газ өлкәһе, энергетика комплексы, кадастр эше, ауыл һәм урман хужалығы өсөн көнүҙәк.

«Ростелеком» компанияһы һәм Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ла кластерҙың партнёрҙары була.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Башинформ
Читайте нас: