Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
7 Август 2021, 00:37

Владимир Путин - Әбйәлил районында

Рәсәй Президенты Башҡортостан ғына түгел, бөтә ил өсөн мөһим заводты асыуҙа ҡатнашты. 

Владимир Путин - Әбйәлил районында
Владимир Путин - Әбйәлил районында

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн эш сәфәре менән Силәбе өлкәһендә һәм Башҡортостанда буласаҡ тип алдан уҡ хәбәр иткәйнек. Әлеге ваҡытҡа Владимир Владимировичтың Әбйәлил районында булып, “Цемекс” ҡоро ҡатнашмалар етештереү заводын асыуҙа ҡатнашыуы билдәле.

Президенттың Силәбе өлкәһенә килеүенең сәбәбе лә етди ине, бында ул вертолет аша урман янғындары булған ерҙәрҙе ҡараны. Аҙаҡ Владимир Путин Магнитогорск ҡалаһында ташҡындар һәм янғындар, уларҙы ликвидациялауға арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Кискә ҡарай эш сәфәре Әбйәлил районында дауам итте. "Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, бында, үрҙә телгә алғанса, Рәсәйҙә беренсе заманса юғары технологиялы Cemix ProWhite заводы асылды. Заводта аҡ цемент етештереләсәк. Яңы етештереүҙе рәсми рәүештә асыу тантанаһында дәүләт башлығы Владимир Путин ҡатнашты. Тантана Башҡортостандың һәм яңы заводтың иҡтисади мөмкинлектәрен күрһәткән видеопрезентация менән башланды.

“Бөгөн һеҙҙең менән бергә булыуыма һәм уңышлы ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу менән ҡотлай алыуыма бик шатмын. Был Рәсәй менән Австрия араһындағы тығыҙ инвестиция хеҙмәттәшлегенең яҡшы өлгөһө. Төҙөүселәрҙе, технологтарҙы, заводты үҫтереүҙә ҡатнашҡан бөтә кешеләрҙе ҡотлағым килә. Һеҙҙең тауар илдең төҙөлөш тармағында ҙур һорау менән файҙаланыр тип ышанам. Әле был тармаҡ әүҙем үҫешә һәм бында беҙҙең пландар ҙур. Шуныһы мөһим, заводта алдынғы технологиялар һәм иң яҡшы донъя практикалары ҡулланылған, етештереү процесы иң юғары тәбиғәтте һаҡлау стандарттарын үтәп, иң ҡаты экологик стандарттарына ярашлы башҡарыуҙы күҙаллай”, – тине Владимир Путин.

Видеомөрәжәғәт аша тантанала ҡатнашыусылар алдында Австрияның федераль концлеры Себастьян Курц та сығыш яһаны.

Илебеҙ өсөн яңы һәм үҙенсәлекле етештереү Lasselsberger Австрия холдингының подразделениеһы булып тора. Был холдинг иһә төҙөлөш һәм сеймал материалдарын етештереүсе булараҡ билдәле. Предприятиены төҙөү 2018 йылда башланды, дөйөм инвестициялар күләме 5,7 миллиард һум тәшкил итте. Бында дөйөм алғанда 220 эш урыны булдырыласаҡ, әленән заводта 145 кеше эшләй. Уларҙың 40 проценты – Әбйәлил районы халҡы.

Киләсәктә бында ҡеүәте йылына 100 мең тонна булған микрокальцит (эзбиз ташы вағы) һәм шулай уҡ ҡеүәте йылына 100 мең тонна булған төҙөлөш ҡатнашмалары ҡабы етештереүҙәрен төҙөргә уйлайҙар. Предприятиеның етештереү ҡеүәте – йылына 240 мең тонна, был тулыһынса импортты алмаштырыу һәм илдең ихтыяжын ҡаплау мөмкинлеге бирәсәк.

Әлегә Рәсәйҙә ватан етештереүсеһе аҡ цементта булған ихтыяждың өстән бер өлөшөн ҡаплай, ә 60 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. Заводты эшкә ҡушыу был дисбалансты юҡҡа сыҡарыу мөмкинлеге бирәсәк.

Ә ошоға тиклем башлыса ауыл хужалығы районы булған Әбйәлил районы тарихында беренсе тапҡыр ҙур сәнәғәт үҫеше нөктәһен аласаҡ. Башҡортостан заводының төп өҫтөнлөгө – файҙаланылған технологияла. Бында цементты еүеш түгел, ә ҡоро ысул менән етештерәсәктәр. Был күпкә замансараҡ технология, ул тауарҙың үҙҡиммәтен 30 процентҡа кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Етештереүҙең ошо юлы шулай уҡ зыянлы ташландыҡтар һанын 10 тапҡырға кәметеү һәм предприятиеның тәбиғәт менән тирә-яҡ мөхиткә зыянын минимумға еткереү мөмкинлеге лә бирә. Аҡ цементтан тыш предприятие төҫлө тротуар плитәһен һәм фасад плитәһен дә етештерәсәк.

Фото: Башинформ. 

Автор:
Читайте нас: