Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Август 2021, 12:44

Берҙәм эш ырамлы була

Айрат Болғаиров етәкләгән "Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе" йәмғиәте яңы мәшәҡәттәр менән мәшғүл, унда иген таҙартыу өсөн “ЗАВ-20” комплексын урынлаштыралар. 2020 йыл аҙағында кәрәкле ҡорамалдар алып, иртә яҙҙан уны монтажлау эшенә тотонғандар (һаҡлау бункерҙарының конструкцияларын, “ЗАВ” агрегатының каркасын иретеп йәбештергәндәр). Яңы ҡорамалдарҙы файҙаланыу продукцияның сифатын күтәрергә булышлыҡ итер, игенде юғарыраҡ хаҡҡа һатырға мөмкинлек бирер, тип ышаналар.   - Быйылғы ҡоро йылда, ауыл хужалығы культураларының уңдырышлылығы түбән булғанда беҙгә ҡабул итеү пункттарына яҡшы сифатлы иген ебәрергә кәрәк, - тип билдәләй предприятие директоры Айрат Болғаиров. – Үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләгән бөтә эштәр тамамланыу өҫтөндә, ошо арала яңы уңышты эшкәртеү эшен башларға ниәтләйбеҙ, - ти ул. Нисек кенә булмаһын, һәр эштең көйлө барыуы бында тир түккән кешеләргә бәйле, тип билдәләне етәксе һәм ҡорамалды монтажлауҙан алып эксплуатацияға тапшырғанға тиклем тырышып эшләгән егеттәрҙең исемдәрен оло кинәнес менән атаны. Төҙөүселәр – улдары Илдар һәм Азамат менән Риф Мәжитов, электр менән иретеп йәбештереүсе Хәбир Әбсәләмов үҙ эштәрен намыҫ менән еренә еткереп башҡара.

Берҙәм эш ырамлы була
Берҙәм эш ырамлы була

Айрат Болғаиров етәкләгән "Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе" йәмғиәте яңы мәшәҡәттәр менән мәшғүл, унда иген таҙартыу өсөн “ЗАВ-20” комплексын урынлаштыралар. 2020 йыл аҙағында кәрәкле ҡорамалдар алып, иртә яҙҙан уны монтажлау эшенә тотонғандар (һаҡлау бункерҙарының конструкцияларын, “ЗАВ” агрегатының каркасын иретеп йәбештергәндәр). Яңы ҡорамалдарҙы файҙаланыу продукцияның сифатын күтәрергә булышлыҡ итер, игенде юғарыраҡ хаҡҡа һатырға мөмкинлек бирер, тип ышаналар.  

- Быйылғы ҡоро йылда, ауыл хужалығы культураларының уңдырышлылығы түбән булғанда беҙгә ҡабул итеү пункттарына яҡшы сифатлы иген ебәрергә кәрәк, - тип билдәләй предприятие директоры Айрат Болғаиров. – Үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләгән бөтә эштәр тамамланыу өҫтөндә, ошо арала яңы уңышты эшкәртеү эшен башларға ниәтләйбеҙ, - ти ул.

Нисек кенә булмаһын, һәр эштең көйлө барыуы бында тир түккән кешеләргә бәйле, тип билдәләне етәксе һәм ҡорамалды монтажлауҙан алып эксплуатацияға тапшырғанға тиклем тырышып эшләгән егеттәрҙең исемдәрен оло кинәнес менән атаны. Төҙөүселәр – улдары Илдар һәм Азамат менән Риф Мәжитов, электр менән иретеп йәбештереүсе Хәбир Әбсәләмов үҙ эштәрен намыҫ менән еренә еткереп башҡара.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: