Мораҙым
+13 °С
Ясно
ИҠТИСАД
29 Июля 2021, 00:20

Башҡортостанда яңы эш башлаған 50 фермерға дөйөм суммаһы 154 миллион һумлыҡ грант тапшырыла

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Агростартап» программаһы буйынса яңы эш башлаған фермерҙарға грант тапшырыу өсөн 200 ғаризанан 50 иң яҡшы бизнес-планды һайлап алды. Быйыл проектҡа 154 миллион һум йүнәлтелде. «Агростартап» гранты аҡсаһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты буйынса бүленә. Уны яңы эш башлаған һәр ауыл эшҡыуары оторға мөмкин, бының өсөн грамоталы фермер хужалығы проектын күрһәтергә кәрәк. Һайлап алыу процесы асыҡ — комиссияның һәр ултырышы онлайн-режимда трансляциялана», — тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола. Былтыр 68 ауыл эшҡыуары 211,5 миллион һумға «Агростартап» гранттарын алды. 

Башҡортостанда яңы эш башлаған 50 фермерға дөйөм суммаһы 154 миллион һумлыҡ грант тапшырылаБашҡортостанда яңы эш башлаған 50 фермерға дөйөм суммаһы 154 миллион һумлыҡ грант тапшырыла
Башҡортостанда яңы эш башлаған 50 фермерға дөйөм суммаһы 154 миллион һумлыҡ грант тапшырыла

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Агростартап» программаһы буйынса яңы эш башлаған фермерҙарға грант тапшырыу өсөн 200 ғаризанан 50 иң яҡшы бизнес-планды һайлап алды. Быйыл проектҡа 154 миллион һум йүнәлтелде. «Агростартап» гранты аҡсаһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты буйынса бүленә. Уны яңы эш башлаған һәр ауыл эшҡыуары оторға мөмкин, бының өсөн грамоталы фермер хужалығы проектын күрһәтергә кәрәк. Һайлап алыу процесы асыҡ — комиссияның һәр ултырышы онлайн-режимда трансляциялана», — тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.

Былтыр 68 ауыл эшҡыуары 211,5 миллион һумға «Агростартап» гранттарын алды. 

Автор:
Читайте нас