

Бөгөн үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор Идаралығы етәксеһе Анна Казак: “Сирләүселәр һанынан сығып фекер йөрөткәндә, йәмәғәт туҡланыуында сикләүҙәр индереү өсөн нигеҙ күрмәйем. Әгәр уны кисектерергә мөмкин булһа, минең күҙлектән ҡурҡыныс юҡ”, - тип белдерҙе.
Быға яуап итеп, Республика Башлығы Радий Хәбиров, указда күрһәтелгән мөҙҙәттә - 26 июлдән – сикләүҙәр үҙ көсөнә инмәй, тине.
Йәғни, йәмәғәт туҡланыу ойошмалары (50 һәм унан да күберәк кеше һыйышлы заведениеларға ҡағыла), матурлыҡ, косметика һәм СПА-салондары, массаж салондары, мунсалар, фитнес-клубтар, бассейндар үҙ эшен элекке режимда дауам итә.