Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Июль 2021, 08:00

Модернизацияланған кинозалдар 50-гә етәсәк

Республиканың Хәйбулла, Бүздәк һәм Благовар райондарында быйыл яңы һанлаштырылған кинозалдар асыу планлаштырыла.

Модернизацияланған кинозалдар 50-гә етәсәк
Модернизацияланған кинозалдар 50-гә етәсәк

Республиканың Хәйбулла, Бүздәк һәм Благовар райондарында быйыл яңы һанлаштырылған кинозалдар асыу планлаштырыла.

Ул сағында инде район үҙәктәре – Аҡъяр, Бүздәк һәм Благовар ауылдары халҡына, ғөмүмән, райондыҡыларға кино ҡарау өсөн әллә ҡайҙарға барып йөрөргә тура килмәйәсәк.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, марттан алып апрелгә тиклем Кино фонды 500 меңгә хәтлем кеше йәшәгән урындарҙа милли фильмдар күрһәтеү менән шөғөлләнгән ойошмаларға ярҙамға заявкалар йыйған. Был конкурс Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған милли проекттарҙың береһен – “Мәҙәниәт”те бойомға ашырыу маҡсатында үткәрелеп килә.

Һайлап алыу процедураһында Башҡортостандың алда аталған өс районына ярҙам раҫланған. Улар Кино фондынан кино залдары булдырыу һәм модернизациялауға биш миллион һум аласаҡ. Был аҡса Аҡъяр, Бүздәк һәм Языков мәҙәниәт йорттарында урынлашҡан кино залдарын заманса һанлаштырылған ҡорамалдар менән тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк.

Фото: gtrk.tv

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: