Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Июль 2021, 08:00

Генетик сирҙе әсә ҡарынында уҡ асыҡлайҙар

Өфөләге Республика медицина-генетика үҙәгендә өр-яңы юғары технологиялы алымды ғәмәлгә индерҙеләр. Унда йөклө ҡатындарға пренаталь диагностика үткәреү өсөн тулы геномлы хромосом микроматрицалы анализ яһай башланылар. Был алым яралғының хромосомаларындағы һәр төрлө үҙгәрештәрҙе алдан асыҡлау мөмкинлеген бирә.

Әле Башҡортостанда ғына йөклө ҡатындарға бындай тикшеренеү республика бюджеты иҫәбенә бушлай үткәрелә. Быйыл 650 буласаҡ әсәгә диагностика яһау күҙаллана.

Белгестәр әйтеүенсә, алым инвазив, диагностика өсөн ДНК-лы һәр төрлө материал ярай – бала ятҡылығы өбөрсәһе йәки ятҡылыҡ эсендәге шыйыҡса. Генетиктар махсус әҙерләнгән микроматрица ярҙамында геномдың айырым фрагменттарын анализлай. Бер үк ваҡытта меңдән ашыу ген тикшерелә. Һөҙөмтәлә 250-нән ашыу ауыр генетик ауырыуҙы алдан уҡ асыҡлау мөмкинлеге тыуа.

Мәғлүм булыуынса, бындай тикшеренеүҙәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: sovetoved.ru/vitaminy-dlya-beremenny-kakie-luchshe-obzor-i-otzyv

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:
Читайте нас: