Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июль 2021, 13:45

Үҙебеҙ үҫтергәнде ашайыҡ!

Йәй көнө бар йәшелсә, еләк-емеш үҙебеҙҙең баҡсала ғына үҫкәс, кинәнеп ашаһаҡ та, ҡыш көнө уларҙы ҙур ғына хаҡҡа һатып алырға мәжбүрбеҙ. Ә бит уларҙы туңдырып, киптереп, тоҙлап йәки консервалап алып ҡалып, ҡыш көнө рәхәтләнеп ҡуллана алабыҙ.  Мәҫәлән, помидорҙы сезон ваҡытында туңдырып ҡалһаҡ, ҡыш көнө пицца бешергән һайын магазинға йүгермәйәсәкбеҙ: берҙән, ваҡытты, икенсенән аҡсаны янда ҡалдырасаҡбыҙ.  Помидорҙы туңдырыу яп-ябай ғына эш: был йәшелсәне түңәрәкләп ҡырҡырға ла, таҡтаға 1 ҡат теҙергә, уның өҫтөнә полиэтилен йәйгәс йәнә бер ҡат теҙергә (шул тәртиптә ике, өс, дүрт, биш ҡат мөмкин). Туңған йәшелсәне аҙаҡ ҡуптарып алып, шул уҡ полиэтилен тоҡсайҙарға йә контейнерға һалып, туңңдырғысҡа ҡуйырға.  Өҫтәлдәребеҙҙә үҙебеҙ үҫтергән, экологик яҡтан таҙа ризыҡтарыбыҙ урын алһын, дуҫтар! Автор фотоһы.    

Үҙебеҙ үҫтергәнде ашайыҡ!
Үҙебеҙ үҫтергәнде ашайыҡ!

Йәй көнө бар йәшелсә, еләк-емеш үҙебеҙҙең баҡсала ғына үҫкәс, кинәнеп ашаһаҡ та, ҡыш көнө уларҙы ҙур ғына хаҡҡа һатып алырға мәжбүрбеҙ. Ә бит уларҙы туңдырып, киптереп, тоҙлап йәки консервалап алып ҡалып, ҡыш көнө рәхәтләнеп ҡуллана алабыҙ.

 Мәҫәлән, помидорҙы сезон ваҡытында туңдырып ҡалһаҡ, ҡыш көнө пицца бешергән һайын магазинға йүгермәйәсәкбеҙ: берҙән, ваҡытты, икенсенән аҡсаны янда ҡалдырасаҡбыҙ.

 Помидорҙы туңдырыу яп-ябай ғына эш: был йәшелсәне түңәрәкләп ҡырҡырға ла, таҡтаға 1 ҡат теҙергә, уның өҫтөнә полиэтилен йәйгәс йәнә бер ҡат теҙергә (шул тәртиптә ике, өс, дүрт, биш ҡат мөмкин). Туңған йәшелсәне аҙаҡ ҡуптарып алып, шул уҡ полиэтилен тоҡсайҙарға йә контейнерға һалып, туңңдырғысҡа ҡуйырға.

 Өҫтәлдәребеҙҙә үҙебеҙ үҫтергән, экологик яҡтан таҙа ризыҡтарыбыҙ урын алһын, дуҫтар!

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: