Мораҙым
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Июль 2021, 08:00

Йөрәк эшмәкәрлеген тикшерәсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик сирҙәр менән көрәш” федераль проектына ярашлы, Өфөләге 32-се поликлиника базаһындағы амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эксперт класындағы ультратауыш аппараты алды.

Йөрәк эшмәкәрлеген тикшерәсәк
Йөрәк эшмәкәрлеген тикшерәсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик сирҙәр менән көрәш” федераль проектына ярашлы, Өфөләге 32-се поликлиника базаһындағы амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эксперт класындағы ультратауыш аппараты алды.

– Был ультратауыш ҡорамалы йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын бөтә ҡатмарлығында күләмле күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.  Был моделдең эш процесы ябай булһа ла, ул тикшереүҙең юғары тәьҫирлеген һәм диагностиканың теүәллеген тәьмин итә, – ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникиева.

 Аппарат республика бюджеты иҫәбенә алынған, хаҡы – 14,6 миллион һум.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: