Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Июнь 2021, 16:39

Бал эшкәртеү цехы яңыртылды

Бөгөн беҙҙең районда “Ҡырағай бал” йәмғиәтенең яңыртылған бал эшкәртеү цехы асылдыРайоныбыҙ элек-электән үҙенең танылған умартасылары менән дан тота. Әле лә районыбыҙҙа ата-бабаларҙан ҡалған шөғөлдө дауам итеп, был кәсеп менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ. Билдәле эшҡыуар Руслан Ғүмәров етәкләгән “Ҡырағай бал” йәмғиәте – бал ҡорттары һәм унан алған татлы балдан төрлө продукция етештергән, сауҙа нөктәләрен бал һәм уның төрлө продукцияһы менән тәьмин иткән берҙән-бер предприятие тиһәм, һис хата булмаҫ, моғайын. Тиҫтә йылдар дауамында үҙ эшмәкәрлеген алып барған йәмғиәт быға тиклем дә юғары етештереүсәнле ҡорамалдар менән йыһазландырылһа ла, өлгәшелгәндәрендә туҡтап ҡалмай. 2020 йылда грант алып, шул аҡсаға бал эшкәртеү цехын яңырта: бал продукттарын етештереү өсөн тағы ла яңы ҡорамалдар ала, ошонда уҡ дигустация залын, әҙер продукцияны һатыу өсөн магазин йыһазландыра. Яңыртылған бал эшкәртеү цехын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, БР сауҙа министры урынбаҫары Валерий Белов, Агросәнәғәт комплексы департаменты директоры Светлана Белова һәм башҡалар ҡатнашты.

Бөгөн беҙҙең районда “Ҡырағай бал” йәмғиәтенең яңыртылған бал эшкәртеү цехы асылды
Районыбыҙ элек-электән үҙенең танылған умартасылары менән дан тота. Әле лә районыбыҙҙа ата-бабаларҙан ҡалған шөғөлдө дауам итеп, был кәсеп менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ. Билдәле эшҡыуар Руслан Ғүмәров етәкләгән “Ҡырағай бал” йәмғиәте – бал ҡорттары һәм унан алған татлы балдан төрлө продукция етештергән, сауҙа нөктәләрен бал һәм уның төрлө продукцияһы менән тәьмин иткән берҙән-бер предприятие тиһәм, һис хата булмаҫ, моғайын.
Тиҫтә йылдар дауамында үҙ эшмәкәрлеген алып барған йәмғиәт быға тиклем дә юғары етештереүсәнле ҡорамалдар менән йыһазландырылһа ла, өлгәшелгәндәрендә туҡтап ҡалмай. 2020 йылда грант алып, шул аҡсаға бал эшкәртеү цехын яңырта: бал продукттарын етештереү өсөн тағы ла яңы ҡорамалдар ала, ошонда уҡ дигустация залын, әҙер продукцияны һатыу өсөн магазин йыһазландыра.
Яңыртылған бал эшкәртеү цехын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, БР сауҙа министры урынбаҫары Валерий Белов, Агросәнәғәт комплексы департаменты директоры Светлана Белова һәм башҡалар ҡатнашты.
Читайте нас: