Мораҙым
+16 °С
Ясно
ИҠТИСАД
26 Мая 2021, 08:03

Эшҡыуарҙар тәбрикләнде

Бөгөн Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда Рәсәй эшҡыуарлығы көнө айҡанлы тантаналы сара ойошторолдо. Иң тәүҙә район эшҡыуарҙарын район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев тәбрикләне. Районда 500 – ҙән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары теркәлеүен, район иҡтисадының барлыҡ өлкәләрендә шәхси эшҡыуарлыҡтың уңышлы эшләүен билдәләп үтте. Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илдус Ҡалҡаманов эш башларға мөмкин булған йүнәлештәргә, дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам сараларына туҡталып китте. Тантаналы сарала байрам уңайынан маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән музыкаль күстәнәс тә эшҡыуарҙар күңеленә хуш килде. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаты менән “Ҡырағай бал” йәмғиәте директоры Руслан Ғүмәров, Республика ирекмәнлек хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәгенең Рәхмәт хаты менән Юрий Кириллин, район хакимиәте башлығының маҡтау грамотаһы менән Эльвира Сәлихова, “Новая эра” йәмғиәте директоры Ольга Романова бүләкләнде.

Бөгөн Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда Рәсәй эшҡыуарлығы көнө айҡанлы тантаналы сара ойошторолдо. Иң тәүҙә район эшҡыуарҙарын район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев тәбрикләне. Районда 500 – ҙән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары теркәлеүен, район иҡтисадының барлыҡ өлкәләрендә шәхси эшҡыуарлыҡтың уңышлы эшләүен билдәләп үтте.
Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илдус Ҡалҡаманов эш башларға мөмкин булған йүнәлештәргә, дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам сараларына туҡталып китте. Тантаналы сарала байрам уңайынан маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән музыкаль күстәнәс тә эшҡыуарҙар күңеленә хуш килде.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаты менән “Ҡырағай бал” йәмғиәте директоры Руслан Ғүмәров, Республика ирекмәнлек хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәгенең Рәхмәт хаты менән Юрий Кириллин, район хакимиәте башлығының маҡтау грамотаһы менән Эльвира Сәлихова, “Новая эра” йәмғиәте директоры Ольга Романова бүләкләнде.
Шулай уҡ район үҫешенә тос өлөш индереүсе бер төркөм эшҡыуарҙарға район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Марина Иванова, Илнур Байбулатов, Рөстәм Ҡотлоғужин, Алексей Самойлов, Евгений Петров, Надежда Майданоа, Юлия Лаврикова, Тамара Петрова, Ирина Рафиҡова, Татьяна Инчина, Ирина Чильдинова, Илдус Ғәзиев, Фәнил Йосопов, Зилә Юлдашбаева, Николай Журавлев, Фәиз Ваһапов, Ренат Хоҙайғолов, Ольга Жаркова район етәксеһе ҡулынан рәхмәт хаттары алды.
Читайте нас