Мораҙым
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
1 Ғинуар 2021, 02:00

Рөстәм Хәмитов баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенең 2017 йыл йомғаҡтарына, 2018 йыл бурыстарына һәм яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә арналған киңәйтелгән кәңәшмәлә сығыш яһаны.

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенең 2017 йыл йомғаҡтарына, 2018 йыл бурыстарына һәм яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә арналған киңәйтелгән кәңәшмәлә сығыш яһаны.

Сарала республика Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары, предприятие һәм учреждение етәкселәре ҡатнашты.

– Йыл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, аграр тармаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше күҙәтелә. Ауыл хужалығында, һәр кешегә бүлеп иҫәпләгәндә, былтыр 1,4 млн һумға продукция етештерелде. Бындай күрһәткескә, нигеҙҙә, ҡеүәтле предприятиелар иҫәбенә ирешелде, – тип белдерҙе республика Башлығы. – Баҙар шарттарында алдан стратегик планлаштырыу аграр тармаҡта юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлек бирә.

Рөстәм Хәмитов аграр ойошмалар тарафынан фәнни ҡаҙаныштарға, яңы технологияларға иғтибарҙың бирелеп бөтмәгәне һәм бындай ҡараштың үҙгәртергә кәрәклеген әйтте.

— Сәсеүгә тиклем ваҡыт күп ҡалманы, хәл ителмәгән мәсьәләләр етерлек. Ҡар ҡатламы ни бары 10 сантиметрға етә. Февралдә лә ҡар шулай аҙ булһа, ауырға тура киләсәк, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙгә төрлө хәл-ваҡиғаларға әҙер булырға һәм тейешле эш планын күҙ алдында тоторға кәрәк.

Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселәренә урындарҙа тейешле кәңәшмәләр үткәрергә, хужалыҡтарҙан баҫыуҙарҙағы хәл, ужым культураларының торошо, уңыш буйынса фараздар тураһында мәғлүмәт тупларға һәм кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн уларҙы республика Хөкүмәтенә тапшырырға күрһәтмә бирҙе.

– Беҙгә донъя баҙарында уңышлы конкурентлыҡ итә алған заманса, юғары технологик агробизнес кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов.

***

Төбәк агросәнәғәт комплексының 2017 йыл йомғаҡтары тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. Төп күрһәткестәрҙән тыш, вице-премьер Башҡортостан аграрийҙарына йөкмәтелгән бурыстар хаҡында һөйләне.

Иң мөһимдәре араһында – инвестиция күләменең артыуы. Мәҫәлән, һөтсөлөк йүнәлеше буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланған.

– 2018 йылда республиканың өс-дүрт районында малды һимертеү өсөн заманса майҙансыҡтар – фидлоттар төҙөү планлаштырылған, - тине Илшат Фәзрахманов.

Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн техник һәм технологик модернизация үткәреү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе һанала. Уның өсөн 2017 йылда республика ҡаҙнаһынан яҡынса 820 млн һум йүнәлтелгән. Был иһә, һуңғы дүрт йылда иң күләмле субсидияларҙың береһе. Аграрийҙар 3,7 млрд һумға 2 мең берәмек техника һатып алған.

Алдағы көндәргә билдәләнгән мөһим бурыстарҙың береһе – яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек. Уға тиклем республика аграрийҙарына ашлама һатып алыу өсөн субсидиялар күсереләсәк.

Илшат Фазрахманов фекеренсә, хужалыҡтарҙың уңышы туранан-тура үҙ-аллы эшмәкәрлегенән һәм етештергән тауарының һорау менән ҡулланыуынан тора. Ауыл хужалығы министрлығы һөтсөлөк, умартасылыҡ тармағын, цифрлы технологиялар һәм проект офисы нигеҙҙәрен ҡулланып мәғлүмәти-аналитик эште алып барасаҡ.
Читайте нас