Мораҙым
+14 °С
Ясно
ИҠТИСАД
30 Декабря 2020, 11:11

«Транснефть – Урал» 2020 йылда 60 йәш белгесте эшкә ҡабул итте

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте 2020 йылда эшкә 60 юғары һәм урта һөнәри уҡыу учреждениаларын тамамлаусыларҙы ҡабул итте. Структур подразделениеларға Өфө нефть техник университеты, Көньяҡ-Урал дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация университеты, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы һәм Канаш транспорт-энергетика техникумы студенттары алынды. Үҙҙәренең хеҙмәт юлын йәш белгестәр эшсе профессияларҙа башлай, был уларға тәжрибә тупларға ярҙам итә.“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтендә йәштәрҙе эшкә өйрәтеүҙең эффектив механизмы эшләп килә: стажировка осорона остаз тәғәйенләнә, стажировка үтеү планы раҫлана. Быларҙың барыһы ла эшкә тиҙ арала өйрәнергә, корпоратив мәҙәниәткә күнегергә, һөнәри яҡтан үҫешергә ярҙам итә. Предприятие кадрҙар әҙерләү өлкәһендә юғары уҡыу йорттар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Идаралыҡтың кадрҙар хеҙмәте аппараты Өфө нефть университеты үткәргән саралар һәм вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнаша. 2020 йылда ундай саралар онлайн форматта уҙғарылды. Вуз студенттары “Транснефть-Урал” үткәргән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, предприятие уларҙың матди-техник базаһын нығытырға ла ярҙам итә. 2016-2020 йылдарҙа университетҡа 100 млн-дан ашыу суммаға ярҙам күрһәтелгән. Әлеге көндә «Транснефть – Урал» йәмғиәтендә 215 йәш белгес эшләй, уларҙың 148-е Нефть университеты студенттары. Унан тыш, предприятие буласаҡ йәш белгестәр менән эшләй, 2020 йылда «Транснефть – Урал»да 100-ҙән ашыу студент практика үтте.

«Транснефть – Урал» 2020 йылда 60 йәш белгесте эшкә ҡабул итте
«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте 2020 йылда эшкә 60 юғары һәм урта һөнәри уҡыу учреждениаларын тамамлаусыларҙы ҡабул итте.
Структур подразделениеларға Өфө нефть техник университеты, Көньяҡ-Урал дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация университеты, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы һәм Канаш транспорт-энергетика техникумы студенттары алынды. Үҙҙәренең хеҙмәт юлын йәш белгестәр эшсе профессияларҙа башлай, был уларға тәжрибә тупларға ярҙам итә.
“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтендә йәштәрҙе эшкә өйрәтеүҙең эффектив механизмы эшләп килә: стажировка осорона остаз тәғәйенләнә, стажировка үтеү планы раҫлана. Быларҙың барыһы ла эшкә тиҙ арала өйрәнергә, корпоратив мәҙәниәткә күнегергә, һөнәри яҡтан үҫешергә ярҙам итә.
Предприятие кадрҙар әҙерләү өлкәһендә юғары уҡыу йорттар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Идаралыҡтың кадрҙар хеҙмәте аппараты Өфө нефть университеты үткәргән саралар һәм вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнаша. 2020 йылда ундай саралар онлайн форматта уҙғарылды. Вуз студенттары “Транснефть-Урал” үткәргән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, предприятие уларҙың матди-техник базаһын нығытырға ла ярҙам итә. 2016-2020 йылдарҙа университетҡа 100 млн-дан ашыу суммаға ярҙам күрһәтелгән.
Әлеге көндә «Транснефть – Урал» йәмғиәтендә 215 йәш белгес эшләй, уларҙың 148-е Нефть университеты студенттары. Унан тыш, предприятие буласаҡ йәш белгестәр менән эшләй, 2020 йылда «Транснефть – Урал»да 100-ҙән ашыу студент практика үтте.
“Транснефть-Урал” йәмғиәтенең сәнәғәт базаларында практика үткәндә практика етәксеһе һәм остаз тәғәйенләнә. Предприятиеның яуаплы кешеләре практиканттың эшен контролләй, эш урынында ҡушылған бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә, шулай уҡ предприятиеға өйрәнергә ярҙам итә.
Практика үткәндә яңы коронавирус инфекцияһын таратмау өсөн бөтә хәүефһеҙлек талаптары үтәлде, шәхси һаҡланыу саралары ҡулланылды, социаль дистанция тотолдо.
Читайте нас