Мораҙым
0 °С
Облачно
ИҠТИСАД
22 Декабря 2020, 13:30

Нефтселәр яңы мобиль лабораториялар алды

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенә ике яңы мобиль лаборатория килде. Уларҙы предприятие филиалы – Аварияларҙы иҫкәртеү һәм ликвидациялау буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ эксплуатациялай. Лаборатория радиографик, ультратауышлы һәм визуаль һынау контролен үткәреү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамал һәм инструмент менән йыһазландырылған. Мәғлүмәттәрҙе оператив тикшереү өсөн ноутбуктар һәм күп функциялы ҡорамалдар, бәйләнеште булдырыу өсөн радиостанциялар бар. Бортлы аппаратураны электр менән 10кВт-ға тиклем ҡеүәтле электрогенераторҙар тәьмин итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенә ике яңы мобиль лаборатория килде. Уларҙы предприятие филиалы – Аварияларҙы иҫкәртеү һәм ликвидациялау буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ эксплуатациялай.
Магистраль торба үткәргестең линия өлөшөндә эш барышында баҫыу шарттарында иретеп-йәбештереп тоташтырылған урындарҙы тикшереү, шулай уҡ яңы ер аҫты үткәүелдәрен эшләгәндә радиографик контроль үткәреү – яңы лабораториялар тәьмин иткән төп бурыстар. Был мобиль лабораторияларға “Транснефть-Урал” йәмғиәте хеҙмәтләндергән магистраль торба үткәргестәрҙең һәр участкаһына ышаныслы барырға мөмкинлек бирә.
Лаборатория радиографик, ультратауышлы һәм визуаль һынау контролен үткәреү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамал һәм инструмент менән йыһазландырылған. Мәғлүмәттәрҙе оператив тикшереү өсөн ноутбуктар һәм күп функциялы ҡорамалдар, бәйләнеште булдырыу өсөн радиостанциялар бар. Бортлы аппаратураны электр менән 10кВт-ға тиклем ҡеүәтле электрогенераторҙар тәьмин итә.
Аварияларҙы иҫкәртеү һәм ликвидациялау буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ иҫәбендә бөтәһе 9 мобиль лаборатория, уның 6-һы - Өфөлә, 3-һе – Силәбелә.
Мобиль лабораторияларҙы ҡулланыу географик һәм климат факторҙарына ҡарамай төҙөлгән торба үткәргес инфраструктураһын заманса хеҙмәтләндерергә булышлыҡ итә. Был сара производство объекттарында юғары эксплуатация хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ярҙам итә.
Читайте нас