Уҡыу һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар булыу – һәр мәктәп-интернат өсөн мөһим. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Йылайыр мәктәп-интернатында уны хәл итеүгә бик яуаплы ҡарайҙар. Ошо көндәрҙә уҡыу кластары, йоҡлау бүлмәләре, спорт залы, коридорҙарҙы ремонтлау тамамланды.
Бында светодиодлы яҡтыртҡыстар, пар менән йылытыу радиаторҙары ҡуйылды, линолеум түшәлде, вентиляция системаһы ремонтланды – хәҙер интернатта йәшәү уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә. Быларҙың барыһы ла “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең мәктәп-интернатҡа ярҙамы менән эшләнде. Нефтселәр Бишбүләк районының Сухаревка ауылына ла ярҙам итте, мәктәпкә ингән ер яңыртылды. Быға тиклем дә предприятие Сухаревка мәктәбенә ярҙам иткәйне. “Транснефть” акционерҙар йәмғиәтенең мәктәп белем биреү үҫеше корпоратив программаһы сиктәрендә бында математика, физика, химия кабинеттары заманса уҡыу ҡорамалдары (лаборатор һәм демонстрацион) һәм мебель менән йыһазландырылды. Быларҙың барыһы ла дәрестәрҙе үткәреүҙе төрләндерергә ярҙам итте, уҡытыусылар һәм уҡыусыларға яңы белем биреү технологияларына юл асты.
Бөтә төбәктәрҙең мәғариф, спорт, йәмәғәт һәм дини ойошмаларға хәйриә ярҙамы “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте социаль сәйәсәтенең бер өҫтөнлөгө.