Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
28 Ноябрь 2020, 22:49

Һаҡ булығыҙ: африка тағуны

Ырымбур өлкәһенең Грачев районында ҡабан сусҡаларының күпләп үлеүе теркәлгән. Ҡырағай хауандар үлгән урын Башҡортостан Республикаһы сигенән яҡынса 80 саҡрымда – Каликино ауылынан 1,5 км алыҫлыҡтағы һунарсылыҡ хужалығында. Сусҡаларҙың үлеү сәбәбе – африка тағуны. Район территорияһында африка тағуны сире таралмаһын өсөн барлыҡ саралар ҙа күрелә. Әммә халыҡ та уяу булырға тейеш.

Ырымбур өлкәһенең Грачев районында ҡабан сусҡаларының күпләп үлеүе теркәлгән. Ҡырағай хауандар үлгән урын Башҡортостан Республикаһы сигенән яҡынса 80 саҡрымда – Каликино ауылынан 1,5 км алыҫлыҡтағы һунарсылыҡ хужалығында. Сусҡаларҙың үлеү сәбәбе – африка тағуны.
Район территорияһында африка тағуны сире таралмаһын өсөн барлыҡ саралар ҙа күрелә. Әммә халыҡ та уяу булырға тейеш. Тәү сиратта,ҡайҙан икәнлеге билдәле булмаған продукция һатып алмаҫҡа кәрәк. Ҡабан сусҡаһын атып алған һунарсылар ветеринария станцияһына мотлаҡ рәүештә ит өлгөһө килтереп, тикшертергә тейеш. Шәхси хужалыҡтарҙа сусҡаларҙы ябыҡ биналарҙа аҫрараға, уларға термик эшкәртелгән аҙыҡ ашатырға кәрәк. Инфекцияны ҡуҙғытыусы вирус физик һәм химик факторҙарға бик бирешеп бармай, ул сир йоҡторған малдың итендә, ыҫланған колбасала һәм башҡа продукцияла 5 ай һәм унан да күберәк ваҡыт һаҡланырға мөмкин.
Барыһын да һаҡ булырға һәм сусҡалар ауырығанын, сусҡасылыҡ продукцияларының, тере малдарҙың һәм мал аҙығының законһыҙ һатылғанын күргән осраҡта ветеринария станцияһына – Мораҡ ауылы, Комсомол урамы, 11 адресына йәки 8 (34789) 2-02-95, 2-02-47 телефондары аша хәбәр итергә саҡырабыҙ.
Гөлнәзирә АЙЫТҠОЛОВА,
район ветеринария станцияһының эпизоотик ауырыуҙарға ҡаршы отряды начальнигы.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: