Әлеге мәлдә бәлиғ булмаған балаларҙың араһында күсемһеҙ милеккә хужа булғандар күп. Ғәҙәттә улар әсәлек капиталы ярҙамында алынған милеккә өлөшләтә хоҡуҡҡа эйә була, бынан тыш, мираҫҡа эйә булыуҙары ла ихтимал.
2020 йылда Башҡортостан Республикаһында мең ярымдан ашыу бәлиғ булмаған гражданға һалым түләргә кәрәклеге хаҡында белдереү ебәрелде (дөйөм сумма 600 мең һумдан ашыу).
БР Һалым органы квартираларға, ер участкаларына һәм транспорт сараларына хоҡуғы булған бәлиғ булмаған граждандарға ла һалым һалым һалыныуы хаҡында иҫкәртә (РФ Һалым кодексының 357-се, 388-се, 400-сө статьялары).
Балаларҙың законлы вәкилдәре булып ата-әсәләр тора (РФ Ғаилә кодексының 64-се статьяһы). Улар балалары өсөн һалым түләй.
Бәлиғ булмағандарҙың айырым категорияһына федераль һалым ташламалары ҡаралған. Мәҫәлән, инвалид балалар милек һалымы түләмәй, ер һалымы буйынса бер ер участкаһының 600 кв.м. кадастр хаҡы күләмендә ташламаға эйә була.
2019 йылдың һалым осорона ҡарата ғәмәлдә булған ташламаларҙың тулы исемлеге менән Федераль һалым хеҙмәте сайтында “Милек һалымы буйынса ставкалар һәм ташламалар хаҡында мәғлүмәт” сервисында танышырға була.
Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында бәлиғ булмаған балаға белдереү ҡағыҙы килмәһә, уның законлы вәкиленә йәшәү урыны буйынса почта бүлексәһенә йәки һалым органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белдереү ҡағыҙын шулай уҡ Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп, шул уҡ көндө 15 минут эсендә алырға була.
2019 йыл өсөн милек һалымын 2020 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмай түләргә кәрәк.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара инспекцияһы.