Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Ноябрь 2020, 17:15

Беҙҙә лә ҡояш электр станцияһы булырмы?

Заман эре-эре аҙымдар менән туҡтауһыҙ алға атлай. Ата-бабаларыбыҙҙың төшөнә лә инмәгән нәмәләр беҙҙең көнкүрештең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ғына ла ерҙең икенсе яғында йәшәгән кешеләр менән экран аша ғына күҙгә-күҙ ҡарашып, йәнәшә ултырғандай аралаша алырбыҙ тип кем уйлаған. Энергетика өлкәһендә лә байтаҡ үҙгәрештәр булды. Шуларҙың береһе - ҡояш энергияһы ярҙамында алынған электр утын ҡулланыу йылдан-йыл тарала бара. Был күренеш беҙҙең районға ла килеп етмәксе: район хакимиәтендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә инвесторҙар – “Optimum Solar” компаниялар төркөмө вәкиле Сергей Жук ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатты. Улар Воскресенск менән Йомағужа ауылдары янында 600 гектар ер алып, ҡояш электр станциялары төҙөмәкселәр. Эште улар киләһе йылдың 4 кварталынан 2035 йылдың 4 кварталына тиклем тиклем атҡарып сығырға уйлай. 32 млрд аҡса һалырға әҙерҙәр. 100-150 кешене эш менән тәьмин итергә вәғәҙә бирәләр. Инвесторҙарҙың ниәте килеп сығырмы-юҡмы, район был эштән файҙа күрерме - уныһын ваҡыт күрһәтер...

Заман эре-эре аҙымдар менән туҡтауһыҙ алға атлай. Ата-бабаларыбыҙҙың төшөнә лә инмәгән нәмәләр беҙҙең көнкүрештең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ғына ла ерҙең икенсе яғында йәшәгән кешеләр менән экран аша ғына күҙгә-күҙ ҡарашып, йәнәшә ултырғандай аралаша алырбыҙ тип кем уйлаған.
Энергетика өлкәһендә лә байтаҡ үҙгәрештәр булды. Шуларҙың береһе - ҡояш энергияһы ярҙамында алынған электр утын ҡулланыу йылдан-йыл тарала бара. Был күренеш беҙҙең районға ла килеп етмәксе: район хакимиәтендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә инвесторҙар – “Optimum Solar” компаниялар төркөмө вәкиле Сергей Жук ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатты. Улар Воскресенск менән Йомағужа ауылдары янында 600 гектар ер алып, ҡояш электр станциялары төҙөмәкселәр. Эште улар киләһе йылдың 4 кварталынан 2035 йылдың 4 кварталына тиклем тиклем атҡарып сығырға уйлай. 32 млрд аҡса һалырға әҙерҙәр. 100-150 кешене эш менән тәьмин итергә вәғәҙә бирәләр.
Инвесторҙарҙың ниәте килеп сығырмы-юҡмы, район был эштән файҙа күрерме - уныһын ваҡыт күрһәтер...
Читайте нас: