Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Ноябрь 2020, 11:30

Ит баҙары яңы төҫ ала

Мораҡ ауылы – райондың үҙәге һәм иң ҙур ауылдарҙың береһе булараҡ, инфраструктура буйынса һис тә ыҡсым ғына итеп төҙөлгән ҡала-ауылдарҙан артта ҡалырға тейеш түгел. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең ауылда ла төҙөкләндереү эштәре йылдам ғына бара, ул йылдан-йыл күркәмләнә, матурлана. Мораҡ ауылының үҙәгендә урынлашҡан ит баҙары – халыҡ йыш йөрөгән һәм төрлө ит һатыу һәм һатыу алыу мөмкинлеген биргән берҙән-бер урын. Бина сағыштырмаса яңыраҡ төҙөлгән. Уның хужаһы – Абдучаббор Собиров сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә район етәкселәренә бинаны төҙөкләндереү буйынса пландары менән уртаҡлашты.

Мораҡ ауылы – райондың үҙәге һәм иң ҙур ауылдарҙың береһе булараҡ, инфраструктура буйынса һис тә ыҡсым ғына итеп төҙөлгән ҡала-ауылдарҙан артта ҡалырға тейеш түгел. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең ауылда ла төҙөкләндереү эштәре йылдам ғына бара, ул йылдан-йыл күркәмләнә, матурлана.
Мораҡ ауылының үҙәгендә урынлашҡан ит баҙары – халыҡ йыш йөрөгән һәм төрлө ит һатыу һәм һатыу алыу мөмкинлеген биргән берҙән-бер урын. Бина сағыштырмаса яңыраҡ төҙөлгән. Уның хужаһы – Абдучаббор Собиров сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә район етәкселәренә бинаны төҙөкләндереү буйынса пландары менән уртаҡлашты.
Абдучаббор Саломович прилавкалар урынлашҡан, итте эшкәртеү һәм көнкүреш бүлмәләрен ремонтлатҡан. Һатыусылар өсөн ыңғай шарттар ҙа булдырылған: йылытыу системаһы үҙгәртеп ҡоролған, бинаның түбәһе йылытылған, санузел эшләнгән.
Эшҡыуар объект тағы ла күркәмерәк төҫ алһын өсөн бинаның алғы яғын яңыртырға; ҡыш көндәре ишек асылған һайын ел уйнап тормаһын өсөн ингән ергә тамбур эшләргә планлаштыра.
Сарала ҡатнашыусылар – район хакимиәте вәкилдәре һәм Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы эшҡыуарҙың инициативаһын хупланы. Әммә Мораҡта, айырыуса үҙәктә төҙөлгән йәки яңыртылған биналар генераль планға ярашлы төҙөкләндерергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, эшҡыуарға объекттың линияһынан сыҡмаҫҡа, урамда булған башҡа сауҙа нөктәләре сиктәре буйынса ғына эш итергә ҡушты. Шулай уҡ автомобилдәр өсөн парковка, йәйәүлеләр өсөн тротуар булырға тейешлеген иҫәпкә алып, бинаға ҡараған территорияны төҙөкләндерергә тәҡдим итте.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотоһы.
Читайте нас: