Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Ноябрь 2020, 18:19

Башҡортостанда ноябрь өсөн пенсия ваҡытынан алда таратыла

Башҡортостанда 3 ноябрҙән ағымдағы айға пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе таратыу башлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһенән.

Башҡортостанда 3 ноябрҙән ағымдағы айға пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе таратыу башлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһенән.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә белдереүҙәренсә, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә таратылырға тейешле пенсия ваҡытынан алда, 3 ноябрҙә бирелә.
«Артабан аҡса билдәләнгән график буйынса таратыла. Аныҡ даталары октябрь квитанцияларында яҙылған, — тип өҫтәнеләр Пенсия фондының республика бүлексәһендә. — Банктарға аҡса тәғәйенләнгән ваҡытта — 12 ноябрҙән күсерелә. Быйыл ноябрҙә түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 18,7 миллиард һум була».
Фото: zakonguru.com
Читайте нас: