Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Октябрь 2020, 15:05

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте Ағиҙел йылғаһы аша продукт үткәргес ер аҫты үткәүелен реконструкцияланы

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте Благовещен районының “Өфө-Камбарка” магистраль нефть үткәргесенең ер аҫты үткәүелен реконструкцияланы.

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте Благовещен районының “Өфө-Камбарка” магистраль нефть үткәргесенең ер аҫты үткәүелен реконструкцияланы.
Эштәр 2019 йылдың ғинуарынан предприятиены техник йыһазландырыу һәм реконструкциялау сиктәрендә башҡарыла. Маҡсаты – торба үткәргестең хәүефһеҙлеген, эксплуатация һәм техник характерискаларын күтәреү.
Ер аҫты үткәүелен реконструкциялағанда бөтәһе 6,3 мең метр участкалағы торба үткәргесе монтажланды. Магистраль торба үткәргестең участкаларын алмаштырыу йылғаның ике ярында ла башҡарылды. “Туғай-Яңы Турбаслы” автоюлы аша үткәргес горизонталь йүнәлешле быраулау ярҙамында, транспорт ағымын туҡтатып тормайынса эшләнде.
Электр селтәре хужалығы өлөшләтә алмаштырылды: йылғаның һул ярындағы трансформатор подстанцияһы, электр линияһы таяу һәм сымдары алмаштырылды.
Эш барышында сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау талаптары үтәлде. Унан тыш, коронавирус инфекцияһын таратмау өсөн бөтә саралар күрелде, эшсәндәр шәхси һаҡланыу сараларын тотто.
Ер аҫты үткәргесен тоташтырыу нефть продукттарын транспортировкалау күләмен МНПП буйынса 60 сәғәткә план буйынса кәметеп тороу ваҡытында башҡарылды. Нефть эшкәртеү заводтарынан нефть продукттарын алыу процесы туҡталманы.
Бөтә эштәр ҙә регламент сроктарында үтәлде, магистраль продукт үткәргес штат режимында эшләй, нефть продукттарын транспортировкалау график буйынса һәм тулы күләмдә башҡарыла.
Үтәлгән саралар сәнәғәт обектын эксплуатациялауҙың юғары ышаныс кимәлен тәьмин итәсәк.
Читайте нас: