Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Октябрь 2020, 16:45

Кәсептәр тергеҙелә

Быуындан-быуынға мираҫ булып тапшырыла килгән халыҡ кәсептәренең күбеһе ваҡыт һынауын үтә алмай, юғалып ҡалды. Был бик үкенесле хәл: сөнки был кәсептәр, берҙән, иште ишкә ялғау өсөн ярҙам итһә, икенсе яҡтан, кешене ижади яҡтан асырға, уның күңел талабын ҡәнәғәтләндерергә булышлыҡ итә ине. Ә шулай ҙа оҫталар араһында инде онотола төшкән кәсептәрҙе тергеҙеүселәр, хатта тергеҙеү генә түгел, уны төп эшенә, табыш тармағына әйләндереүселәр ҙә бар. Шуларҙың береһе – тәбиғи материалдарҙан өй йыһаздары эшләүсе Дмитрий Белоклоков. Уның үҙ ҡулдары менән эшләгән ултырғыс-өҫтәлдәре, дивандары, һандыҡтары һәм башҡа әйберҙәре ауыл байрамдарында, һабантуйҙарҙа, төрлө мәҙәни саралар ваҡытында ҡуйылған күргәҙмәләрҙе биҙәй. Әйткәндәй, уның ҡул эштәре менән баш ҡала халҡы ла таныш: “ВДНХ-Экспо” комплексында уҙған “Арт-Өфө. Кәсептәр. Сувенирҙар” беренсе республика фестивалендә ҡатнаша һәм уға “Халыҡ сәнғәтенең башҡорт традицияларын һаҡлаған өсөн” тигән диплом тапшырыла. 2019 йылда ошо уҡ фестивалдә “Һөнәри оҫталыҡ, ҡуйылған эскпозицияның актуаллеге һәм хеҙмәттәшлек өсөн” дипломына лайыҡ була, “Йыл кәсепсеһе” конкурсында “Ағасты художестволы эшкәртеү буйынса иң яҡшы оҫта” номинацияһын ала. Дмитрий Васильевич Ибраһим ауылында тәбиғи материалдарҙан йорт йыһаздары, төрлө сувенирҙар етештереү цехы асырға теләй. Был хаҡта ул “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә белдерҙе. Оҫта үҙ эшенә Ибраһим ауылы кешеләрен дә йәлеп итергә - теләге булғандарҙы ҡул эштәренә өйрәтергә вәғәҙә итте.

Быуындан-быуынға мираҫ булып тапшырыла килгән халыҡ кәсептәренең күбеһе ваҡыт һынауын үтә алмай, юғалып ҡалды. Был бик үкенесле хәл: сөнки был кәсептәр, берҙән, иште ишкә ялғау өсөн ярҙам итһә, икенсе яҡтан, кешене ижади яҡтан асырға, уның күңел талабын ҡәнәғәтләндерергә булышлыҡ итә ине. Ә шулай ҙа оҫталар араһында инде онотола төшкән кәсептәрҙе тергеҙеүселәр, хатта тергеҙеү генә түгел, уны төп эшенә, табыш тармағына әйләндереүселәр ҙә бар. Шуларҙың береһе – тәбиғи материалдарҙан өй йыһаздары эшләүсе шәхси эшҡыуар Дмитрий Белоклоков. Уның үҙ ҡулдары менән эшләгән ултырғыс-өҫтәлдәре, дивандары, һандыҡтары һәм башҡа әйберҙәре ауыл байрамдарында, һабантуйҙарҙа, төрлө мәҙәни саралар ваҡытында ҡуйылған күргәҙмәләрҙе биҙәй. Әйткәндәй, уның ҡул эштәре менән баш ҡала халҡы ла таныш: “ВДНХ-Экспо” комплексында уҙған “Арт-Өфө. Кәсептәр. Сувенирҙар” беренсе республика фестивалендә ҡатнаша һәм уға “Халыҡ сәнғәтенең башҡорт традицияларын һаҡлаған өсөн” тигән диплом тапшырыла. 2019 йылда ошо уҡ фестивалдә “Һөнәри оҫталыҡ, ҡуйылған эскпозицияның актуаллеге һәм хеҙмәттәшлек өсөн” дипломына лайыҡ була, “Йыл кәсепсеһе” конкурсында “Ағасты художестволы эшкәртеү буйынса иң яҡшы оҫта” номинацияһын ала.
Дмитрий Васильевич Ибраһим ауылында тәбиғи материалдарҙан йорт йыһаздары, төрлө сувенирҙар етештереү цехы асырға теләй. Был хаҡта ул “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә белдерҙе. Оҫта үҙ эшенә Ибраһим ауылы кешеләрен дә йәлеп итергә - теләге булғандарҙы ҡул эштәренә өйрәтергә вәғәҙә итте.
Читайте нас: