Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Октябрь 2020, 17:35

Ҡаланыҡылар көнләшерлек!

Көҙгөләй йәйелеп ятҡан тип-тигеҙ асфальт, өй алдында ғына волейбол, баскетбол һәм балалар уйын майҙансыҡтары, заманса яҡтыртҡыстар, сағыу төҫкә буялған кәртәләр, плитканан һалынған тротуарҙар, саф һауала ултырып ял итеү өсөн уңайлы эскәмйәләр һ.б. – быларҙың барыһына ла, ысынлап та, хатта ҡаланыҡылар ҙа көнләшерлек. Ленин урамындағы күп фатирлы йорттарҙың (Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе эргәһендә) ихатаһы ҡыҫҡа ғына арауыҡта заманса төҫ алған. Барлыҡ эштәр “Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында атҡарылған. Объект тантаналы шарттарҙа асылды. Әйткәндәй, йыл һайын мамығы осоп аптыратҡан һәм көслө ел булған ваҡыттарҙа машиналар, йәйәүлеләр өсөн хәүеф тыуҙырған бейек тирәктәр ҡырҡылған, ҡунаҡтар улар урынына бейек булмаған башҡа ағастар, атап әйткәндә, миләш ҡыуаҡтары ултыртты. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев һәм БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаты Әлфәрис Байсурин әйтеүенсә, “Башҡорт ихаталары” программаһы артабан да дауам итәсәк, уның ярҙамында башҡа йорттарҙың да ихаталары заманса төҫ аласаҡ.

Көҙгөләй йәйелеп ятҡан тип-тигеҙ асфальт, өй алдында ғына волейбол, баскетбол һәм балалар уйын майҙансыҡтары, заманса яҡтыртҡыстар, сағыу төҫкә буялған кәртәләр, плитканан һалынған тротуарҙар, саф һауала ултырып ял итеү өсөн уңайлы эскәмйәләр һ.б. – быларҙың барыһына ла, ысынлап та, хатта ҡаланыҡылар ҙа көнләшерлек. Ленин урамындағы күп фатирлы йорттарҙың (Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе эргәһендә) ихатаһы ҡыҫҡа ғына арауыҡта заманса төҫ алған. Барлыҡ эштәр “Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында атҡарылған.
Объект тантаналы шарттарҙа асылды. Әйткәндәй, йыл һайын мамығы осоп аптыратҡан һәм көслө ел булған ваҡыттарҙа машиналар, йәйәүлеләр өсөн хәүеф тыуҙырған бейек тирәктәр ҡырҡылған, ҡунаҡтар улар урынына бейек булмаған башҡа ағастар, атап әйткәндә, миләш ҡыуаҡтары ултыртты.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев һәм БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаты Әлфәрис Байсурин әйтеүенсә, “Башҡорт ихаталары” программаһы артабан да дауам итәсәк, уның ярҙамында башҡа йорттарҙың да ихаталары заманса төҫ аласаҡ.
Читайте нас: