Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
5 Октябрь 2020, 18:37

“Транснефть-Урал” метрологтары иң яҡшылар тип танылды

“Транснефть-Урал” метрологтары компания подразделениелары араһында иң һәйбәт эш һөҙөмтәләре өсөн “Транснефть” акционерҙар йәмғиәте дипломына лайыҡ булды.

“Транснефть-Урал” метрологтары компания подразделениелары араһында иң һәйбәт эш һөҙөмтәләре өсөн “Транснефть” акционерҙар йәмғиәте дипломына лайыҡ булды.
“Транснефть”тең йөҙҙән ашыу коллективының төп бурысы – нефть һәм нефть продукттарын магистраль торба үткәргес аша аварияһыҙ һәм бер туҡтауһыҙ транспортировкалау. Нефть сығарыусы компанияларҙан уны ҡабул итеү, нефть эшкәртеү заводына ебәреү һәм башҡа операцияларҙа теүәл иҫәпһеҙ булмай. Уны заманса ҡорамалдар, белгес-метрологтарҙың эшмәкәрлеге тәьмин итә. Улар эшмәкәрлеге йыл да баһалана, ошо көндәрҙә метрологтарҙың 2019 йылғы эш һөҙөмтәләре барланды. “Теүәллек буйынса” белгестәрҙең эш һөҙөмтәләрен баһалағанда ҡабул итеү-тапшырыу пукнттары торошоноң сифат контроле, нефть сифатының һәм үлсәү ҡорамалдары күрһәткестәре һәм башҡалар иҫәпкә алынды. Һөҙөмтәлә – “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте белгестәре лидерҙар тип танылды, предприятие метрологтары “Транснефь” акционерҙар йәмғиәтенең дипломына лайыҡ булды.
Предприятие бөгөн 56,6 мең үлсәү берәмектәрен ҡуллана, уның 26 меңе белгес көсө менән тикшерелә һәм калибрлана. “Транснефь-Урал” компанияһында юғары квалифициялы 51 белгес эшләй.
“Транснефь-Урал” метрологтары 2018 йылда ла “Транснефть” системаһы ойошмаларының метрология подразделениалары араһында лидер тип танылды.
Читайте нас: