Мораҙым
0 °С
Облачно
ИҠТИСАД
8 Сентября 2020, 09:15

Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы йылғаларына уҡбалыҡ селбәрәләре ебәргән

Ошо көндәрҙә Транснефть-Урал” йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы йылғаларына – Ағиҙелгә һәм уның Бөрө ҡалаһы янындағы ҡушылдыҡтарына, шулай уҡ Ҡариҙел районындағы Павлов һыуһаҡлағысына 220 меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәләре ебәргән. Селбәрәләр Пермь крайында урынлашҡан балыҡсылыҡ үҙәгенән махсус транспортта килтерелгән. Кама сығышлы уҡбалыҡ селбәрәләренең уртаса ауырлығы – 3 грамм самаһы. Уларҙы һыуға ебәреүҙе “Транснефть-Урал йәмғиәтенең экологик хәүефһеҙлек һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу бүлеге белгестәре менән БР буйынса Рәсәй федераль балыҡсылыҡ агентлығының Һыу ресурстарын һаҡлау, күҙәтеү һәм дәүләт контроле бүлеге вәкилдәре күҙәтте. Был эш “Транснефть” ойошмаһы объекттары урынлашҡан ерҙәрҙә биологик төрлөлөктө һаҡлау корпоратив программаһы буйынса башҡарылды.Һыу биоресурстарын етештереү тәбиғәтте һаҡлау сараларының мөһим өлөшө булып тора. Августың тәүге яртыһында предприятие Төмән өлкәһе һыу ятҡылыҡтарына (199 мең) һәм Һамар өлкәһе территорияһындағы Һарытау һыу һаҡлағысына (16,6 мең) селбәрә ебәргәйне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ошо көндәрҙә Транснефть-Урал” йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы йылғаларына – Ағиҙелгә һәм уның Бөрө ҡалаһы янындағы ҡушылдыҡтарына, шулай уҡ Ҡариҙел районындағы Павлов һыуһаҡлағысына 220 меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәләре ебәргән. Селбәрәләр Пермь крайында урынлашҡан балыҡсылыҡ үҙәгенән махсус транспортта килтерелгән. Кама сығышлы уҡбалыҡ селбәрәләренең уртаса ауырлығы – 3 грамм самаһы. Уларҙы һыуға ебәреүҙе “Транснефть-Урал йәмғиәтенең экологик хәүефһеҙлек һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу бүлеге белгестәре менән БР буйынса Рәсәй федераль балыҡсылыҡ агентлығының Һыу ресурстарын һаҡлау, күҙәтеү һәм дәүләт контроле бүлеге вәкилдәре күҙәтте.
Был эш “Транснефть” ойошмаһы объекттары урынлашҡан ерҙәрҙә биологик төрлөлөктө һаҡлау корпоратив программаһы буйынса башҡарылды.
Һыу биоресурстарын етештереү тәбиғәтте һаҡлау сараларының мөһим өлөшө булып тора. Августың тәүге яртыһында предприятие Төмән өлкәһе һыу ятҡылыҡтарына (199 мең) һәм Һамар өлкәһе территорияһындағы Һарытау һыу һаҡлағысына (16,6 мең) селбәрә ебәргәйне.
Читайте нас